Пасов Николай Трофимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пасов Николай Трофимович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Мәләүез
Вафат булған көнө 8 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены

Николай Трофимович Пасов (10 декабрь 1914, Мәләүез8 июль 1975, Өфө) — Суворов орденлы 8-се уҡсылар дивизияһы 18-се армия 4-се Украин фронтының хәрби часе буйынса 229-сы уҡсылар батальонының 2-се уҡсылар батальоны командирының урынбаҫары була, өлкән лейтенант, Советтар Союзы Геройы.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Трофимович Пасов тыуған 1914 йылдың 10 декабрендә Мәләүез ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.

Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәпте һәм финанс-иҡтисади институтын тамамлай. Эшсе була, һуңынан Башҡортостандың Белорет районы Ҡағы ауылында ағас әҙерлә һәм ағыҙыу эше буйынса агент булып эшләй.

Мәләүез район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең секретары, иҫәпсе,збәк ССР-ының Ташкент ҡалаһында тирмән комбинатында бухгалтер, Уральск ҡалаһында Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкә финанс бүлеген халыҡ хужалығы секторы инспекторы, хеҙмәтсәндәр депутаттары Ташкент ҡала советы башҡарма комитетының финанс бүлеге инспекторы булып эшләй.

1940 йылда Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһының Сталин хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылда Сухуми пехота училищеһының хәрби «Выстрел» курсын тамамлай һәм 1944 йылдың 24 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була.

Лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы эргәһендә алышта батырлыҡ күрһәтә[1].

Һуғыштан һуң өлкән лейтенант Пасов Н.Т. — запаста. Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт АССР-ының Финанс министрлығы коммуналь хужалыҡты финанслау бүлегендә инспектор булып эшләй, Өфө ҡалаһының Киров районы 61-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһының мөдире урынбаҫары, Өфө ҡалаһының Жданов районы № 7046 һаҡлыҡ кассаһы идаралығының өлкән инспекторы, Өфө ҡалаһы Совет районының 7045-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһы мөдире булып эшләй.

1975 йылдың 8 июлендә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

« 229-сы уҡсылар полкының 7-се уҡсылар ротаһы командиры (8-се уҡсылар дивизияһы, 18-се армия, 4-се Украин фронты) лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы буйында һөжүм итеүҙе оҫта әҙерләй: рота дошман штабын ҡыйрата, күп техникаһын баҫып ала. Лелятин станцияһында дошман велосипедсыларының ҙур төркөмөн юҡ итә»[1].

1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шуның менән бергә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн лейтенант Николай Трофимович Пасовҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 610) тапшырылып Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 371, 372).
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3210, л. 17, 18).
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3339, л. 2, 18, 19).
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2547, л. 3, 46, 47).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. − Т. 5: П-С. — 576 с. ISBN 978-5-88185-072-2

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]