Ивченко Евгения Гордеевна
Ивченко Евгения Гордеевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 6 декабрь 1918 |
Тыуған урыны | РСФСР, Пермь губернаһы, Екатеринбург |
Вафат булған көнө | 29 март 2005 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт техника университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Евгения Гордеевна Ивченко (6 декабрь 1918, Екатеринбург — 29 март 2005, Өфө) — СССР химигы-технологы. Техник фәндәр кандидаты (1969). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981)
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евгения Гордеевна Ивченко 1918 йылдың 6 декабрендә Екатеринбург ҡалаһында тыуған
1941 йылда С.М.Киров исемендәге Урал индустриаль институтын тамамлай (Свердловск).
Институтты тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы булып эшләй (1954 йыл), 1947 йылдан — цех начальнигы, 1951 йылдан — баш инженер урынбаҫары.
1954 йылдан алып Өфө нефть сәнәғәтенең Ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеһе, 1956—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү Ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: нефттәрҙең физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм асыҡ төҫтәге нефть продукттары (бензиндар, кәрәсиндәр, дизель яғыулығы һ.б.) сифатын күҙаллауға арналған. Ивченко ҡатнашлығында составына һәм сифатына ҡарап нефть эшкәртеүҙең төрлө схемалары, шул иҫәптән авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы эшләнә, улар республика НЭЗ‑дарында етештереүгә индерелә.
2005 йылдың 29 мартында Өфө ҡалаһында вафат була
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
60 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 моногрфия һәм 1 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950).— авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы өсөн
- «Почёт билдәһе» ордены (1948)
- Атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).
- БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1966)
- СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1981).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- М.М. Ахметов. Ивченко, Евгения Гордеевна (неопр.) (недоступная ссылка). БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения 4 апреля 2017. Архивировано 26 апреля 2017 года.
- 6 декабрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Екатеринбургта тыуғандар
- 29 мартта вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Урал дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтселәре
- СССР почётлы нефтехимиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пермь губернаһында тыуғандар