Әлимов Владимир Ришат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлимов Владимир Ришат улы
Рәсем
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 6 декабрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Ҡариҙел, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Гражданская война в Анголе[d], Первая чеченская война[d] һәм Вторая чеченская война[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм Военно-воздушные силы Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы Батырлыҡ ордены заслуженный военный лётчик Российской Федерации «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
 Әлимов Владимир Ришат улы Викимилектә

Ғәлимов Владимир Ришат улы (рус. Алимов Владимир Ришадович; 6 декабрь 1957 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, лётчик, полковник. 1975 йылдан Совет Армияһында, 1992—2008 йылдарҙа — Рәсәй Армияһында. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, 1996 һәм 1999 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик-снайпер (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Ришат улы Ғәлимов 1957 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылында тыуған[1].

1975 йылда Совет Армияһы сафына алына. 1979 йылда Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлай. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Радиация дозаһы алыуға ҡарамаҫтан, армия авиацияһында лётчик булып хеҙмәтен дауам итә. Дүрт мең сәғәттән ашыу осош яһай, ике йөҙ тапҡыр парашют менән һикерә. Уға Югославияла, Анголала була, Чечняла ике һуғышта ла ҡатнаша. Отставкаға сығыр алдынан Вязьма-Брянская ауылында дислокацияланған вертолет полкы эскадрилья командирының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

Чечен Республикаһы һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәре биләмәләрендә Вязьма вертолет полкы составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Беренсе Чечен кампанияһында майор Әлимов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Уның иҫәбендә йөҙҙәрсә юҡ ителгән боевик. Басаевсылар лётчикты «Ҡара плащ» тип йөрөтә, уның башын 10 мең америка доллары менән баһалайҙар, быны Грозный ҡалаһында ташланған листовкалар раҫлай.

Владимир Ришат улы беренсе класлы осоусы һәм бик яҡшы белгес кенә түгел, яҡшы остаз да: ул Чечняла йәш белгестәр-авиаторҙар әҙерләй[2].

1999 йылдың 13 декабрендәге ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1999 йылдың 13 декабрендә Аргун тарлауығында күсмә зенит-ракета комплекстары залпы менән 368-се штурм авиация полкы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, полковник Сергей Борисюктың Су-25 штурмовигын боевиктар бәреп төшөрә[3].

Майор Әлимов бәреп төшөрөлгән Су-25 штурмовигы летчигын эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы менән етәкселек итә. Эҙләүсе төркөм бер-нисә Ми-8 вертолетынан тора, уларҙың һәр береһе ун бишләгән десантник ултыртҡан һәм тулғансы йөк тейәгән була. Операция барышында төркөм боевиктар боҫҡонона эләгә. Машиналарҙың береһе бәреп төшөрөлә һәм сараһыҙҙан ергә ултыра. Владимир Ғәлимов көслө ут аҫтында иптәштәренә ярҙамға ташлана һәм, вертолеты ныҡ боҙолоуға ҡарамаҫтан, ә йөк ауырлығы бөтә сикләүҙәрҙе арта, һуғыш яланынан экипажды һәм бәреп төшөрөлгән машинаның десантсыларын алып сыға ала. Базаға әйләнеп ҡайтҡандан һуң Ғәлимовтың вертолеты ремонтлауға яраҡһыҙ тип табыла, корпусында утыҙҙан ашыу пуля тишеге була. Был махсус операция барышында шулай уҡ өлкән лейтенант Дмитрий Елистратов[4], майор Андрей Совгиренко[5] һәм капитан Александр Иванов[6] батырлыҡ ҡылғандар, бының өсөн һуңынан уларҙың һәр береһенә «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.

2008 йылдың майында Ҡораллы Көстәр сафынан китә (йәше буйынса).

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Ришат улы Алимов өйләнгән, балалары бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000 йылдың 15 феврале) — Төньяҡ-Кавказ төбәгендә террористарға ҡаршы операция барышында хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡтары өсөн[7].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (1989)
  • Батырлыҡ Ордены (1996)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы (2006)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең заман геройҙары (Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм шунда тыуған Рәсәй геройҙары тураһында) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Өфө : Китап, 2016. — С. 327 : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Алимов Владимир Ришадович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. Ефимов Александр Николаевич. — Москва: Барс, 2007. — С. 32. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  2. http://авось-ка.рф/%D0%9D%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8/v-vyazme-uvekovechili-pamyatnymi-doskami-imena-geroev-rossii.html 440-й отдельный вертолётный полк
  3. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=7668 Борисюк С. К.
  4. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=6107 Елистратов Д. В.
  5. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=2235 Совгиренко А. В.
  6. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=6150 Иванов А. А.
  7. Указ Президента РФ № ? от 15.02.2000

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]