СССР Дәүләт премияһы
СССР Дәүләт премияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 сентябрь 1966 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Ленин премияһы |
Түбәнерәк дәрәжә | Ленин комсомолы премияһы |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Алмаштырылған | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы |
Алыштырған | Сталин премияһы |
Башланыу датаһы | 1941 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1991 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:СССР Дәүләт премияһы лауреаттары |
СССР Дәүләт премияһы Викимилектә |
СССР-ҙың Дәүләт премияһы рус. Государственная премия СССР (1967—1991) — 1966 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы тарафынан булдырылған йыл һайын тапшырыла торған дәүләт премияһы[1].
Дәүләт премияһы 1967 йылдан 1991 йылға тиклем Октябрь революцияһы көнөндә фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге күренекле ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.
Статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941—1955 йылдарҙа тапшырылған Сталин премияһы урынына ҡалған премия булып тора. Сталин премияһы лауреаттары үҙҙәренең миҙалдарын һәм документтарын Дәүләт премияһының ярашлы атрибуттарына алмаштырып алыу мөмкинлегенә эйә була.
1960-1980 йылдарҙа СССР-ҙа сыҡҡан белешмә әҙәбиәттә сәйәси вәзғиәткә ярашлы рәүештә Сталин премияһы үҙе лә «СССР Дәүләт премияһы» тип атала; «Дәүләт премияһы лауреаты, 1949 йыл» тип яҙылған мәғлүмәт артында тап ул тора.
СССР-ҙа 1957-1991 йылдарҙа бирелгән СССР-ҙың дәүләт премияһы — әһәмиәте буйынса ла, аҡсалата бүләкләү күләме буйынса ла СССР-ҙың Ленин премияһынан һуң икенсе урында тора. СССР Дәүләт премияһын булдырғанда уның күләме 5000 һум тәшкил итә (Ленин премияһы күләменең яртыһы). Әммә буласаҡ лауреатҡа талаптар ҙа уныҡы тиклем юғары булмай. Әгәр СССР Дәүләт премияһы менән «Ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәр өсөн» бүләкләнһәләр, Ленин премияһын алыу өсөн «фәндә һәм техникала яңы йүнәлештәр асҡан һәм әлеге өлкәлә бөтә донъя ҡаҙаныштарынан артып киткән айырыуса ҙур фәнни тикшеренеүҙәр» талап ителә. Бүләкләнеүселәр йыл һайын 100 кешегә тиклем етә: улар араһында яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт эшмәкәрҙәре була. Өсәр тапҡыр был премияны алыусылар: С. Т. Айытматов, О. Н. Ефремов, В М. Шумский, В Н. Челомей, С П. Непобедимый була.
Союздаш республикаларҙа тармаҡ республика дәүләт премиялары булдырылған, мәҫәлән, архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы менән бүләкләү ҡаралған.
1991 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһында СССР Дәүләт премияһының дауамсыһы итеп Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы булдырыла.
Лауреаттар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1967—1975)
- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1976—1980)
- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1981—1985)
- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1986—1991)
Хеҙмәттә бик юғары ҡаҙаныштар буйынса лауреаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге премия лауреаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин комсомолы премияһы
- СССР республикалары дәүләт премиялары
- Рәсәй федерацияһының дәүләт премияһы
- СССР Министрҙар Советы премияһы
- СССР-ҙың маҡтаулы исемдәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Дәүләт премияһы лауреаттары исемлеге (Башҡортостан)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление ЦК КПСС и Совета Министров СССР от 9 сентября 1966 года № 739 «О Ленинских и Государственных премиях СССР в области науки и техники, литературы и искусства»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление Совета Министров СССР от 11 октября 1967 г. N 946 «О почётном знаке и дипломе лауреата государственной премии СССР»
- Циклы научных работ, выполненные в ГНЦ ИФВЭ и удостоенные высших государственных премий
- Преподаватели МГУ — лауреаты Сталинской и Государственной премий
- Список учёных СО АН, лауреатов Ленинской, Сталинской и Государственной премии
- сотрудники Троицкого института инновационных и термоядерных исследований — лауреаты Ленинской и Государственной премий 2020 йыл 29 июль архивланған.
- Энциклопедия отечественного кино
- Янышев (Сарсембаев) А. С. Государственное премирование в отечественном публично-поощрительном механизме: возникновение, становление и развитие до 1991 года // Вестник Уральского финансово-юридического института. № 3(5). 2016
- Ученые СО РАН лауреаты премии