Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Туймазы
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы

Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы (23 ноябрь 1993 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы, ил чемпионаты призеры, кросс-биатлон буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2015)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләйсән Марат ҡыҙы Бикташева 1993 йылдың 23 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында тыуған.

Карьера башында саңғыла уҙыш менән шөғөлләнә, юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй кубогы этаптарында Башҡортостан өсөн сығыш яһай.

2012 йылдан алып биатлон, менән шөғөлләнә, Новосибирск өлкәһе һәм параллель зачет иҫәбендә — Мордва өсөн сығыш яһай. Тренеры — В. В. Иванов.

2013 йылда асыҡ Европа чемпионатында кросс-биатлон буйынса ҡатнаш эстафетала һәм спринтта юниорҙар араһында чемпион була, эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер[2].

2015/16 миҙгелендә Рәсәй чемпионатындағы шәхси уҙышта бронза миҙал яулай. 2015 йылда 27 йәшкә тиклемге спортсылар араһындағы ил беренселегенә эҙәрлекләү ярышында бронза призер[3] һәм эстафетала еңеүсе була[4].

Рәсәй кубогы этабында эстафета еңеүсеһе була[5].

Күп тапҡырҙар Новосибирскиҙағы төбәк-ара турнирҙарының еңеүсеһе була[6][7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]