Эстәлеккә күсергә

Бакулин Алексей Вениаминович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бакулин Алексей Вениаминович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]

Бакулин Алексей Вениаминович (21 март 1949 йыл29 ноябрь 2019 йыл) — мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1987—1992 йылдарҙа КПСС-тың Бөрө ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ[1] 1990 йылда КПСС-тың Бөрө ҡала комитетының беренсе секретары.

Алексей Вениаминович Бакулин 1949 йылдың 21 мартында БАССР-ҙың Бөрө ҡалаһында тыуған.

1972 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда уҡытыусы булып башлай.

1973—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Башҡортостандың Бөрө районындағы Иҫке Баҙан ауылының урта мәктәбендә уҡытыусы була. Ошо уҡ ауылда ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, район мәғариф бүлеге мөдире, халыҡ депутаттарының Бөрө район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.


1987 йылда КПСС-тың Бөрө ҡала комитетына — секретарь, 1990 йылда беренсе секретарь итеп һайлана.

1992 йылдан Бөрө ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры[3].

Алексей Вениаминович Башҡортостан Республикаһының тирә-яҡ мөхитен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 12 йылдан артыҡ ул Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитеты етәксеһе булып хеҙмәт итә[4].

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Бакулин Алексей Вениаминович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  4. Ушел из жизни бывший начальник Бирского территориального комитета Бакулин Алексей Вениаминович 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104