Пономарёв Николай Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пономарёв Николай Георгиевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 8 (21) март 1900
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Өфө
Вафат булған көнө 18 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Иваново өлкәһе, Ковров
Һөнәр төрө астроном
Эшмәкәрлек төрө оптика[d]
Эш биреүсе Государственный оптический институт[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университетының математика-механика факультеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия

Николай Георгиевич Пономарев (8 (21) март 1900 йыл — 1942) — совет оптигы, астрономик ҡоралдар конструкторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Георгиевич Пономарев 1900 йылдың 8 (21) мартында Өфө ҡалаһында тыуа. Ирҙәр классик гимназияһын тамамлағандан һуң, уҡыуын Өфө халыҡ мәғарифы институтында дауам итә. Студент сағында уҡ директоры профессор К. П. Краузе (1877—1964) булған Өфө физика институтының тәжрибә оҫтаханаһында эшләй, остазы талантлы йәш өмөтлө тикшеренеүсе Петроградға эләкһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

1920 йылда Ленинградта Дәүләт оптика һәм Астрономия институттарында эшләй. Бер үк ваҡытта Ленинград университетының « Астрономия» специальносы буйынса уҡыун тамамлай һәм 1934 йылда Дәүләт оптика-механика заводының (ГОМЗ) астроприборҙар эшләү конструкторҙар бюроһының беренсе етәксеһе була. Шул уҡ ваҡытта, 1934 йылдан башлап, Пулков обсерваторияһының ғилми хеҙмәткәре.

Студент булған саҡта уҡ Н. Г. Пономарев Одесса университетының астрономик обсерваторияһы өсөн 30 сантиметр диаметрлы телескоп-рефлектор эшләй, уның ярҙамында 1925 йылда уҡ Марстың бөйөк ҡаршылығы күҙәтелә. Ике йыл һуңыраҡ А. Н. Теренин менән берлектә «Zeitschrift fiir Phisik» немец журналында үҙенең тәүге хеҙмәтенең береһен баҫтыра.

1932 йылда Н. Г. Пономарев етәкселегендә Абастуман обсерваторияһына ҡуйылған 33 сантиметрлы көҙгөлө беренсе совет телескоп-рефлектоы эшләнә[1].

1935 йылда ГОМЗ-да ҙур булмаған диаметрлы рефракторҙар һәм спектрогелиоскоптар даими сығарыла башлай. Ул 1936 йылдың 19 июнендә ҡояш тотолоуын күҙәтеү мөмкинлеге биргән коронограф һәм целостат эшләй.

Ҙур горизонталь ҡояш телескоптары төҙөү проектын тормошҡа ашырыу барышында[2] Пономарев көҙгөнөң үҙ ауырлығынан деформацияһын күметеү буйынса ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итә. 1941 йылдың Пулковский обесравторияһының 100 ййыллығына уның ҡыйығына ҡуйыла.

1941 йылдың июнендә Пономарев телескопты юстировкалауҙы тамамлай һәм Ҡояштан беренсе һүрәттәр ала башлай. Һуғыш башланғас, Пулковский обсерваторияһынан бәләкәй һәм урта дәүмәлдәге ҡорамалдарҙы ғына алырға мөмкин була, ҙур ҡорамалдарҙың ҡайһы бер оптик өлөштәре генә ҡотҡарыла; үҙенсәлекле ҡояш телескобы юҡ ителә[3]. Пономарев 1941—1942 йылдың ҡышында блокадала ҡала, 1942 йылдың яҙында эвакуациялана. Ковровҡа барған поезд эшелонынында сирләй һәм юлда төшөрөлөп, дауаханаға һалына, әммә шунда вафат була. Ковров ҡалаһында ерләнә.

Ғилми мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күп йылдар үткәс Пономаревтың «К вопросу о применении азимутальной установки для больших телескопов-рефлекторов. Н. Г. Пономарев. Акад. Наук. Главн. Астроном. Обсерв. Пулково. 17-1-42 г.» яҙмаһы табыла. Ҙур телескоптар эшләгәндә уларҙы альт-азимут монтажлауын ҡулланыу мөмкинлеге Пономарев һәм Мәҡсүтовтың уҡыусы?ы Б. К. Иоаннисиани Ҙур азимскобы конструкцияһын эшләү нигеҙенә һалына.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1941).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1977 йылдың 13 мартында Ҡырым астрофизика обсерваторияһында Н. С. Черных асҡан кесе планета Пономарев (2792 Ponomarev) хөрмәтенә атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В расчете оптики этого рефлектора активное участие принял его друг Д. Д. Максутов.
  2. Этот проект был начат по инициативе Н. Г. Пономарёва.
  3. Много лет спустя при восстановлении Пулковской обсерватории горизонтальный солнечный телескоп был заново построен; ещё через 10 лет в Пулково был установлен второй такой же телескоп, после чего ГОМЗ приступил к их серийному выпуску.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 б.
  • Ефим Кауфман С них начинались телескопы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]