Эстәлеккә күсергә

Нухов Фәрит Әйүп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нухов Фәрит Әйүп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Меңйетәр, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены

Нухов Фәрит Әйүп улы (21 март 1930 йыл — 19 март 1990 йыл) — Өфө моторҙар эшләү заводының авиация двигателдәрен слесарь-йыйыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1990).

Фәрит Әйүп улы Нухов 1930 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Иглин районының Иҫке Меңетәр ауылында тыуған. Шунда уҡ уның ауыр бала сағы үткән

Әсәһе, Вафия Сөләймән ҡыҙы, ҡаты ауырыған. Атаһы һуғыштың тәүге ваҡытында ауыл Советы рәйесе һәм колхоз рәйесе булып эшләгән. Нуховтар ғаиләһендә өлкән ағайҙары һәм апайҙары булған, тик улар һуғышҡа тиклем Өфөгә эшкә сығып киткән.

1946 йылда ул Өфөгә ағалары янына китә. Һуғыштан һуңғы ике йылда техникумда уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Өфө моторҙар эшләү заводында слесарь- йыйыусы булып башлай. 1950—1954 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтҡандан һуң туған заводында слесарь, авиация двигателдәрен йыйыусы-слесарь була.

Йыйыу цехының иң ҡатмарлы участкаларында эшләй һәм норманы 120—130 процентҡа еткерә. Яҡшы күрһәткестәре өсөн 1963 йылда уға «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» маҡтаулы исем бирелә. «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыллығы уңайынан» миҙалы менән бүләкләнә.

1972 йылда Өфө моторҙар эшләү заводының Почёт таҡтаһына индерелә. 1972 йылда шәхси келәймә менән эшләү хоҡуғын яулай, 1973 йылда «Сифат алдынғыһы» тигән исем бирелә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡта етештереүҙә юғары күрһәткестәре һәм планды ваҡытынан алда үтәгәне өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1975 йылдың 19 декабрендә Фәрит Әйүп улы Нуховҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1990 йылға тиклем Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең слесары-йыйыусыһы булып эшләй.

Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш (1980—1990) Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Фәрит Әйүп улы Нухов 1990 йылдың 19 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.