Тинес (ҡасаба)
| Ҡасаба | |
| Тинес | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Элекке исеме |
1968 йылға тиклем — «Мөслим» совхозының Төньяҡ бүлексәһе ҡарамағындағы тораҡ пункт |
| Ҡасаба с | |
| Халҡы | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Тинес (рус. Теченский) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Сосновка районындағы ҡасаба. Тинес ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуржакүлдең көнсығыш яр буйында, Тинес йылғаһының уң ярынан 3 километр алыҫлыҡта, район үҙәге Долгодеревенское ауылынан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылда Маяк химия комбинатында радиация аварияһынан һуң, Тинес йылғаһы буйҙарында урынлашҡан тораҡ пункттар Көнсығыш Урал радиоактив эҙ зонаһына эләгә. Боевка, Исаев ауылдары, шулай уҡ 42-се трестың 3-сө фермаһы ҡарамағындағы ҡасаба халҡы Тинес ҡасабаһына күсерелә.
1968 йылда «Мөслим» совхозының Төньяҡ бүлексәһе ҡарамағындағы тораҡ пунктҡа Тинес (рус. Теченский) ҡасабаһы исеме бирелә[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Халыҡ иҫәбе | |
|---|---|
| 2002[3] | 2010[1] |
| 895 | ↗901 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ҡасабала 901 кеше йәшәгән (422 ир-ат һәм 479 ҡатын-ҡыҙ).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның урамдар селтәре 9 урамдан тора[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Челябинская область. Административно-территориальное деление на 1 января 1970 г. / Г. О. Абрамович. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1971. — 193 с.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Сосновский р-н → Теченский п. Дата обращения: 2 апрель 2016. Архивировано 5 апрель 2015 года.
| Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |