Тирмәнкүл (ауыл)
Тирмәнкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Кременкульское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Кременкульское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
2545 кеше (2002)[2], 2984 кеше (2010)[3], 3689 кеше (2021)[4] |
Почта индексы | 456501 |
Тирмәнкүл — рус. Креме́нкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ҡасаба.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбенән 16 километр төньяҡ-көнбайыштараҡ ята.
Тирмәнкүл ҡасабаһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районында урынлашҡан, Тирмәнкүл ауыл биләмәһенең муниципаль берәмеге үҙәге[5]. Совет осоронда «Митрофановский» совхозының үҙәк усадьбаһы һәм үҙәк бүлексәһе булып торған. XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән. Халҡы - яҡынса 2800 кеше[6]
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмәнкүлгә 1763 йылда күсеп килгән урыҫ һәм казактар Ырымбур казак ғәскәре ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Артабан үҙаллы станица булараҡ үҫешә, шунан, ә XX быуаттың 20-се йылдарында ауыл статусы ала.
1795 йыл башында Тирмәнкүлдә 79 йорт-ихата булып, 586 кеше йәшәгән;
- 1866 – 137 йорт-ихата, 810 кеше, правослау сиркәү, часовня;
- 1900 – 1148 кеше, сиркәү, 2 часовня, 2 мәктәп;
- 1916 – 1467 кеше йәшәй, 3 кибет, кредит ширҡәте;
- 1926 – 312 йорт-ихата, 1403 кеше, 1-се баҫҡыс мәктәп;
- 1970 – 1998 кеше;
- 1983 – 2403 кеше;
- 1986 – 2,6 мең кеше ;
1997 – 2787 кеше йәшәй.
ХХ быуат башында Тирмәнкүлдә таш сиркәү, 2 часовня, 2 мәктәп була.
Халҡы башлыса ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, Силәбе предприятиеларына йөрөп эшләй.
Әлеге көндә ауылда мәктәпкәсә учреждениелар, башланғыс һәм 2 урта мәктәп, хеҙмәт күрһәтеү һәм мәҙәниәт өлкәһендәге предприятиелары бар [7]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның атамаһы үҙе ярында урынлашҡан Тирмәнкүл күле исеменән алынған.
Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кременкуль Большой и Малый, озеро, село, Сосновский район.В архивных документах деревня впервые упоминается в 1763 г. На ландкарте Исетской провинции 1736 г. название озера записано как Тременкуль, от распространенного в прошлом у башкир личного мужского имени[8][9].
Бындай исем башҡорттарҙа булғанлығын яҙма сығанаҡтар һаҡламаған, фольклорҙа ла осрамай, шуға күрә күлдең атамаһы исемдән бигерәк "Тирмән" һүҙе менән бәйлелер тип фараз итергә була. Ихтимал, күл элек ҡылымыҡлы булып, шунда тирмән булғандыр, йәки ҡул тирмәне менән бәйле берәй хәл килеп сыҡҡандыр.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмәнкүл эргәһенән Силәбе — Ҡолой — Яратҡол автомобиль юлдары һәм Силәбе ҡалаһы урауының көнбайыш өлөшө үтә. Улар М5, А310 һәм Р254 трассаларын тоташтыра. Ҡасаба өлкә үҙәгенә һәм яҡын-тирә тораҡ пункттарға даими автобус маршруттары ойошторолған.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Муниципальные образования — сельские поселения в границах Сосновского района . Дата обращения: 18 декабрь 2007. Архивировано из оригинала 11 апрель 2008 года. 2008 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Тирмәнкүл (ауыл) «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Кременкуль - история, дороги, улицы 2019 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]