Кесе Тирмәнкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кесе Тирмәнкүл
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урынлашыу Сосновка районы

Кесе Тирмәнкүл - рус. Малый Кременкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл [2]

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһенең Сосновка районында, Силәбе ҡалаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығы. Оло Тирмәнкүлдән 2 км самаһы төньяҡ-көнбайыштараҡ ята.

Силәбе ҡалаһына тиклем араһы – 12 км.

Координаттары: 55°11'43"N 61°7'4"E

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Тирмәнкүл ярҙары төҙөк кенә түңәрәк һыҙатлы. Күлең диаметры — 1 километр тирәһе.[3].

Соҡоро боронғо тектоник емерелеүҙәр, экзоген процестар тәьҫирендә барлыҡҡа килгән.

  • Оҙонлоғо - 1,5 км, киңлеге - 1,2 км.
  • Һыу көҙгөһө майҙаны - 1,8 км2 (БС буйынса абс.кимәл күрһәткесе - 264 м).
  • Күл ситенән эскә табан тәрәнәйә бара; макс. тәрәнлеге 340 см.
  • Төбө тигеҙ, ләмле ултырмалар менән ҡапланған.
  • Һыуы сөсө, һарғылт, үтәҙеклеге - 150 см.
  • Сығанаҡһыҙ, яуым-төшөм һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана.
  • Ярҙары тигеҙ тиерлек, киртләстәре әҙ; һөҙәк һәм тәпәш [4]

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайышында - таллыҡтар һәм ҡайын урмандары. Көнбайышында - коллектив баҡсалар (улар һыуҙы ошо күлдән ала).

Күлде 70% ылымыҡтар, һыу үҫемлектәре баҫҡан. Яр буйы һыҙығы буйлап ҡамыш күрән таралған, үҙәк өлөшөндә башлыса ылымыҡтар.Ғәмәлдә, күлде буйынан-буйына баҡсалар уратып алған, төньяҡ-көнсығыш ярынан ғына юл үтә.

Ихтиофаунаһы: табан балыҡ һәм ротан[5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кременкуль Большой и Малый, озеро, село, Сосновский район.В архивных документах деревня впервые упоминается в 1763 г. На ландкарте Исетской провинции 1736 г. название озера записано как Тременкуль, от распространенного в прошлом у башкир личного мужского имени[6][7].

Шулай ҙа күлдең атамаһы исемдән бигерәк "Тирмән" һүҙе менән бәйлелер тип фараз итергә була, сөнки рәсми сығанаҡтарҙа ла, фольклорҙа ла, фамилияларҙа ла "Тремен" тигәнгә оҡшаш исемдәр осрамай [8].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
  • Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Малый Кременкуль
  3. Малый Кременкуль
  4. Озеро Малый Кременкуль
  5. Малый Кременкуль
  6. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 б. — ISBN 5-7688-0157-7.
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  8. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]