Эстәлеккә күсергә

Оло Тирмәнкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Тирмәнкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Оло Тирмәнкүл - рус. Большо́й Креме́нкуль — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл [2].

Оло Тирмәнкүл Силәбе өлкәһенең Сосновка районында, Силәбе өлкәһенән 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Күлдән төньяҡ-көнбайыштараҡ - Кесе Тирмәнкүл, көньяҡтараҡ ике бәләкәйерәге — Барышево һәм Мысово күлдәре ята. Оло Тирмәнкүл яр буйҙарында Тирмәнкүл, Яңы Тирмәнкүл һәм Садовый ҡасабалары урынлашҡан.

Административ йәһәттән Яңы Тирмәнкүл ауыл биләмәһенә инә һәм Новоградский трактынан алыҫ түгел урынлашҡан. Силәбе ҡалаһы урауы ла яҡында ғына.

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Һыу объекты коды: 14010501011111200008757
  • Һыу объекты коды: күл
  • Урынлашыуы: Мейәс йылғаһы, Тирмәнкүл ҡасабаһы
  • Һыу бассейны округы: Иртыш бассейн округы (14)
  • Йылға бассейны: Иртыш (1)
  • Һыу ятҡылығы майҙаны(км²): 3,76 км²
  • Бәләкәй йылға бассейны: Тубыл (бассейндың Рәсәй өлөшө)
  • Хужалыҡ итеү участкаһы: Мейәс йылғаһы - Силәбе ҡалаһынан башлап тамағына тиклем
  • Һыуйыйғыс майҙаны (км²): 0
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды:211200875
  • ГӨ буйынса һаны (номеры): 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кременкуль Большой и Малый, озеро, село, Сосновский район.В архивных документах деревня впервые упоминается в 1763 г. На ландкарте Исетской провинции 1736 г. название озера записано как Тременкуль, от распространенного в прошлом у башкир личного мужского имени[3][4].

Был осраҡта күлдең атамаһы исемдән бигерәк "Тирмән" һүҙе менән бәйлелер тип фараз итергә була.

  • Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Государственный водный реестр. Большой Кременкуль
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области