Әлеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әлеш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Сосновка

Координаталар

55°07′40″ с. ш. 60°52′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

292[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 252 805 002

Код ОКТМО

75 652 405 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әлеш (Рәсәй)
Әлеш
Әлеш
Әлеш (Силәбе өлкәһе)
Әлеш

Әлеш (рус. Алишева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл. Әлеш ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеш (Түсем) — әйле башҡорттарының ауылы[2]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 3-сө йортона керә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 1834 1866 1916 1920[2]
106 163 268 348 301
Халыҡ иҫәбе
2002[3]2010[1]
277292

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (98 %) йәшәй[4][5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абдрахманов Шамил Шәрифулла улы — Чечен һуғышында һәләк булған, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 189-190, 219. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
  3. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  4. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  5. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.