Вера ярымутрауы
Вера ярымутрауы | |
Вера ярымутрауы Викимилектә |
Веры ярымутрауы[1] (Пинаев[2]) — Рәсәйҙәге ярымутрау, Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә Түргеяҡ күленең көнбайыш ярында урынлашҡан. Һыу кимәле юғары булғанда утрауға әйләнә, һыу кимәле түбәнәйгәндә яр муйыны менән тоташа, ярымутрауға әүерелә[3]. Ярымутрауҙың майҙаны 0,08 квадрат километр (8 гектар).
Элек ярымутрау Емельян Пугачевтың көрәштәше, крәҫтиән Пинаев фамилияһы буйынса Пинаев ярымутрауы тип атала. Ул император Екатерина II ваҡытында ярымутрау мәмерйәһендә йәшенеп йәшәгән. Хәҙерге исемен легенда буйынса XIX быуаттың башында ярымутрауҙа йәшәгән старообрядсы дәрүиш Веранан ала[2][4][5].
Веры ярымутрауында археологик ҡомартҡылар комплексы (мегалиттар — камералы кәшәнәләр, дольмендар һәм менгирҙар) — Вера утрауы мегалиттары (ҙур таш киҫәктәренән ҡоролмалар) урынлашҡан[3]. Мегалиттар яҡынса 6000 йыл элек, беҙҙең эраға тиклем 4-меңенсе йыллыҡта төҙөлгән булғандар[6][7]
Ярымутрауҙы һәм XVIII—XIX быуаттың старообрядсылары скиты ҡалдыҡтарын, хөжрә, зыярат һәм сиркәү ҡалдыҡтары рәүешендә,[4] беренсе тапҡыр 1909 йылда Николай Финляндский тасуирлай[8].
2004 йылдан алып ярымутрауҙа даими рәүештә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. Археологик эштәр барышында ярымутрауҙа 38 археологик ҡомартҡы урынлаштырылған[4], шул иҫәптән: камералы кәшәнә, беҙҙең эраға тиклем 4-се меңйыллыҡтағы таш эшкәртеү урыны. Неандерталецтар туҡталҡаһы табылған (60-100 мең йыл элек). Утрауҙа асыҡ һауа аҫтында археологик музей-ҡурсаулыҡ һәм мегалиттар музейы асыу планлаштырыла[9][10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лист карты N-41-25 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
- ↑ 2,0 2,1 Стрельников, С. М. Миасс : Словарь географических названий. — Златоуст: Изд-во С. М. Стрельникова, 1995. — С. 35. — 55 с. — ISBN 5-900802-03-5.
- ↑ 3,0 3,1 Григорьев С. А., Меньшенин Н. М. Мегалитические сооружения острова Вера на озере Тургояк в Южном Зауралье // Известия Челябинского научного центра. — 2004. — В. 1. — С. 208—213.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Юрина, Марина. Тургояк // Каменный пояс России. Путешествие по Уралу с детскими писателями / [ред. : Ольга Колпакова]. — Екатеринбург: Генри Пушель, 2011. — С. 108—109. — 127 с. — ISBN 978-5-9902091-9-0.
- ↑ Тургояк : озеро — памятник природы и окрестности / сост.: М. М. Терентьев ; ред. А П. Моисеев. — Челябинск: Рифей, 1993. — 131 с.
- ↑ Григорьев С. А., Ивасько Л. В., Котов В. Г. Мегалитические комплексы Урала, проблема их датировки и происхождения (по материалам раскопок на озере Тургояк в 2007 г.) // Гуманитарные науки в Башкортостане: История и современность: Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 75-летию Института истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН, 16 ноября 2007 г. = Башҡортостанда гуманитар фәндәр. Тарихы һәм бөгөнгөһө / [редкол.: И. Г. Илишев и др.]. — Уфа: Гилем, 2007. — С. 78—80. — 299 с. — ISBN 978-5-7501-0866-4.
- ↑ Григорьев С. А., Васина Ю. В., Ивасько Л. В., Котов В. Г. Мегалитические комплексы Урала: проблема датировки // Труды II (XVIII) Всероссийского археологического съезда в Суздале, 2008 г.: в 3 т. / Российская акад. наук, Ин-т археологии ; отв. редакторы А. П. Деревянко, Н. А. Макаров. — М.: Ин-т археологии РАН, 2008. — Т. 1. — С. 204—206. — 468 с. — ISBN 978-5-94375-066-3.
- ↑ Филянский Н. Остров отшельников // Церковь. — 1909. — № 7. — С. 239.
- ↑ Григорьев С. А., Васина Ю. В., Ивасько Л. В., Котов В. Г. Создание музея мегалитов на острове Веры // Достояние поколений. — 2008. — № 1 (4). — С. 18—23.
- ↑ Григорьев С. А., Ивасько Л. В. Остров Веры. Археологический музей-заповедник под открытым небом // Сборник статей участников V Международной научно-практической конференции «Проблемы устойчивого развития городов», 16-18 октября 2008 г.. — Миасс: Геотур, 2008. — Т. 1. — С. 303—305. — 347 с. — ISBN 5-89204-132-8.