Эстәлеккә күсергә

Варган тауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Варган тау битенән йүнәлтелде)
Варган тауы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Варган тауы (ғәҙәттәге ҡулланылышта — Варгановка) — Көньяҡ Уралда, Силәбе өлкәһендә (Рәсәй) айырым торған тау. Абсолют бейеклеге — 763 метр. Заозерная һыртына ҡарай. 1990 йылға тиклем бында Бөтә Союз туристик маршрут № 55 һалынған булған[2][3].

Атамаһы урыҫса Варган (шаулаусан, ғауғасыл кеше шулай аталырға мөмкин) ҡушаматынан, йә Варганов фамилияһынан килеп сыҡҡан. (Варганить(недоступная ссылка) — тауышланыу, ҡысҡырыу, нимәләлер насар уйнау, йәки, тиҙ-тиҙ, урынына еткермәй эшләү)[4][5].

Варган тауы — айырым торған тау, Заозерная һыртына инә. Уның итәге буйлап оҙонлоғо — 3 километр, киңлеге — 3,5 километр. Абсолют бейеклеге — 763 метр, сағыштырмаса (Куштумга йылғаһы өҫтөнән) бейеклеге 360 метр. Варган тауы түбәһе Түргеяҡ күленән 3 км төньяҡ-көнбайышта, уның үҙәгенән 7,2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Түргеяҡ күленең көнсығыш ярынан Варган тауы яҡшы күренә.

Төньяҡ һәм көнбайыш яғынан тауҙы Куштумга йылғаһы урап аға. Заозерный һәм Варган һырттары араһындағы биләндән Липовка йылғаһы ағып сыға.

Тау битләүҙәре, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә текә. Тау аралаш урман (ҡайын, уҫаҡ, имән) менән ҡапланған. Тауҙың көнсығыш яғынан, тау итәгендә, шишмә бар. Тауҙан күренмәй.[3][6][7].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
  3. 3,0 3,1 Варганова, гора // Миасс. Энциклопедический словарь
  4. Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 8.
  5. Северо-восточные хребты Южного Урала // Весь Южный Урал. 19.03.2012. Дата обращения: 7 октябрь 2019. Архивировано 7 октябрь 2019 года.
  6. Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 8.]
  7. Информация на сайте «На Урале»(недоступная ссылка)