Крутики (ҡаялар)
Крутики | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Крутики ҡаялары (1980-се йылдар: Түргеяҡ күлендә һыу кимәле күтәрелгәнгә тиклем) | |
Крутики ҡаялары ҡыш | |
Крутики ҡаялары: түбәһе | |
Крутики ҡаяларының төп ҡая массивы: күлдән панорама | |
[https://uraloved.ru/images/mesta/chel-obl/miass/turgoyak-2.jpg Көньяҡ яғынан яхт-клуб, Крутики өҫтөндәге беседка, Кесе Урал һырты һәм Крутой Ключ тауы күренештәре |
Крутики ҡаялары — Көньяҡ Уралда (Рәсәй), Силәбе өлкәһендә, Түргеяҡ күленең төньяҡ-көнсығыш ярында, Мейәс ҡалаһы пляжынан һәм Түргеяҡ ҡасабаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан гранит ҡаялар. Оҙонлоғо яҡынса 1,5 км. Туристар һәм альпинистар араһында киң танылған. Крутики ҡаяларында булыу 1990-сы йылдар башына тиклем 55-се Бөтә Союз туристик маршрутына ингән була[1][2].
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Крутик» урыҫ халыҡ һөйләштәре буйынса, «йырындың йәки йылғаның текә яры», «текә яр», «ярлау» тигәнде аңлата[3].
Легенда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крутики тарихы һәм Түргеяҡ күленең атамаһы барлыҡҡа килеүе тураһында легенда бар: Тур исемле егет һәм уның һөйгәне Гояк тураһында. Тур бай ғаиләнән сыҡҡан, ә Гояк — ярлы крәҫтиән ҡыҙы була. Турҙың ата-әсәһе өйләнергә рөхсәт бирмәйҙәр. Яҙмыш уларға бергә булырға бирмәҫен аңлап, ғашиҡтар, Мәңгелектә берләшеү өсөн, ҡаялы ярҙан күлгә һикерергә булалар. Риүәйәт буйынса, һуңғы моментта егет ҡурҡып ҡала һәм һыуға һикермәй, ә Гояк һыу төбөндә юғала. Ҡото алыныуҙан Тур ташҡа әйләнә, мәңгелеккә күл буйында ҡая рәүешендә ҡала. Ошонан һуң күл ТурГояк (Тургояк) тип атала башлай[4][5].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крутики ҡаяларынан Түргеяҡ күленә, Вера ярымутрауына, Заозёрный һыртына, Пугачев, Йүкәле һәм Варган тауҙарына матур панорамалы күренеш асыла.
Крутики — Силәбе өлкәһе спортсы-ҡаяға менеүселәренең һәм альпинистарының күнекмә һәм ярыш урыны.
Ҡаяла ике иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырылған: альпинист В. Жигаревҡа һәм водолаз С. Колесниковҡа[5][6][7][8].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Крутики: түбәһре янында
-
Крутики: түбәһе панорамаһы
-
Крутики: түбәһе
-
Крутики ҡаяһынан Заозерный һәм Варган тауҙары күренеше
-
Крутики ҡаяһы (төньяҡ мороно)
-
Ҡыш Түргеяҡ күленән Крутики күренеше
-
Ҡыш Түргеяҡ күленән Крутики күренеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
- ↑ Крутики, скальные утёсы // Миасс. Энциклопедический словарь
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 22—23.
- ↑ Информация на сайте «Columbista.com»
- ↑ 5,0 5,1 Информация на сайте для туристов
- ↑ Информация на сайте «Naurale.com» 2019 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Информация на сайте «Rasfokus.ru» .
- ↑ Информационное сообщение газеты АиФ-Челябинск, 2.03.2015
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крутики, скальные утёсы // Миасс. Энциклопедический словарь
- Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст: Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 22—23.
- По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
- Сементовский В. Н. Тургояк. 1916. — 60 с.
- Сементовский В. Н. Жемчужина Южного Урала. Озеро Тургояк // Природа и люди. 1913. № 15. С. 225—228.