Илмән ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илмән ҡурсаулығы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 14 май 1920
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Тау һырты Илмән тауҙары
Баш компания (ойошма, предприятие) Уральское отделение Российской академии наук[d]
Майҙаны 303,8 км²
Рәсми сайт igz.ilmeny.ac.ru
Әһәмиәтле урын Мейәс
Карта
 Илмән ҡурсаулығы Викимилектә

В.И. Ленин исемендәге Илмән дәүләт ҡурсаулығы - рус. Ильме́нский государственный запове́дник имени В. И. Ленина — дәүләт ҡурсаулығы, структура йәһәтенән Рәсәй Фәндәр Академияһының Көньяҡ Урал фәнни үҙәге составына инә[2].

Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндә Мейәс ҡалаһына яҡын урынлашҡан. 1920 йылдың 14 майында В. И. Ленин декреты буйынса Илмән тауҙары минералогик ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә, ул Рәсәйҙә тәүге шундай ҡурсаулыҡтарҙың береһе була. Хәҙер ул үҙе биләгән майҙаны буйынса илдәге ҡурсаулыҡтар араһында 34-се урын биләй[3]. Был Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе составында институт статусына эйә тәбиғәтте һаҡлау, фәнни-тикшеренеү дәүләт учреждениеһы.

Геология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илмән тау комплексы Сысерть-Илмән антиклинорийының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Составы буйынса магма тау тоҡомдары һәм метаморфик тоҡомдарҙан тора. Күп һанлы уникаль пегмат тармаҡтарында топаз, аквамарин, фенакит, циркон, сапфир, турмалин, амазонит, төрлө һирәк минералдар осрай. Бында донъяла тәүге итеп 16 минерал — ильменит, ильменорутил, калийсаданагаит, канкринит, макарочкинит, монацит-(Ce), поляковит-(Ce), самарскит-(Y), свяжинит, ушковит, фергусонит-бета-(Се), фторомагнезиоарфведсонит, фторорихтерит, хиолит, чевкинит-(Ce), эшинит-(Ce) асылған.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илмән ҡурсаулығы

Көнбайыш өлөшөндә рельефы бейек булмаған тауҙарҙан тора. Илмән тауҙарының һәм Ишҡол һыртының уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 400-450 м, максималь ҡалҡыулыҡ билдәһе 747 м. 85 % майҙанын урман, яҡынса 6 % — дала биләй. Флора үҫемлектәре, эндемиктарҙың 1200-ҙән ашыу төрө осрай.

1930 йылдан бында А. Е. Ферсман ойошторған минералогик музей эшләп килә. Бында Илмән һыртында табылған 200 төрлө минерал һаҡлана.

1991 йылдан «Арҡайым» тарихи-ландшафт археологик ҡомартҡы филиалы ойошторолған, уның майҙаны 3,8 мең га. Б.э.т. XVII — XVI быуаттағы Арҡайым тарихи төбәге айырым әһәмиәткә эйә.

Ҡурсаулыҡ һандарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡурсаулыҡ майҙаны — 303,8 км²
  • Илмән һыртының төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 41 км
  • Иң юғары нөктәһе — Илмәнтау тауы, бейеклеге 747,3 метр.
  • Ҡурсаулыҡтың гидрологик селтәре майҙанының 9 % тәшкил итә.
  • Ҡурсаулыҡта 30 күл.
  • Иң тәрән күле — Оло Киҫегәс, 34 метр тәрәнлектә.
  • Иң оҙон йылғаһы — Оло Черемшанка — 9,8 км.

Минералдар, тау тоҡомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Минералдар — 268
  • Донъяла тәүге тапҡыр Илмәндә асылған  — 16
  • Тау тоҡомдары — 70-тән ашыу
  • Ҡаҙылма соҡорҙары — 400-ҙән ашыу

Үҫемлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урмандар ҡурсаулыҡтың 85 процент майҙанын биләй. Яҡынса 55 % - ябай ҡарағай урманы, 40 % - ҡайынлыҡ.
  • Юғары үҫемлектәр — 955 төр, уларҙың 50 төрө - реликт һәм 20-нән ашыу эндемиктар.
  • Ҡурсаулыҡта 138 төр мүк, 173 төр бәшмәк, 479 төр ылымыҡтар.

Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һөтимәрҙәр — 58 төр
  • Ҡоштар — 173 төр, уларҙың 125 төрө ҡурсаулыҡ территорияһында оя ҡора
  • Амфибиялар — 5 төр
  • Рептилиялар — 6 төр
  • Балыҡтар — 18 төр

Умыртҡаһыҙҙар фаунаның дөйөм күләменең 10-12 мең төрө йәшәй[4]

Археология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Боронғо кешеләр торған урындар — 50

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1824 йылда немец минералогы И. Н. Менге Илмәнгә килә һәм уның тәүге тасуирламаһын яҙа. 1825 йылда ул ошондай һүҙҙәр әйткән:
« Донъяның бөтә минералдары бер ғәжәйеп һыртта йыйылған кеүек һәм алда был йәһәттән күп асыштар көтә әле »

, был һүҙҙәре күрәҙәлек кеүек килеп сыҡҡан.[5][6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Южно-Уральский научный центр, Структура/Научные организации. Официальный сайт Российской академии наук (Уральское отделение).
  3. География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 122. — 20000 экз.
  4. Общие сведения. Сайт Государственного Ильменского заповедника . Дата обращения: 28 февраль 2015. Архивировано 28 февраль 2015 года.
  5. Летопись (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) Оренбургского края
  6. География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 124. — 20000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]