Илмән тауҙары
Илмән тауҙары | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе |
Тау һырты | Урал тауҙары |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 754 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d] |
Эра | Каменноугольный период[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Оҙонлоҡ | 28 km |
Киңлек | 15 km |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vi)[d], (vii)[d] һәм (viii)[d] |
![]() |
Илмән тауҙары (рус. Ильме́нские го́ры) - Рәсәй Федерацияһы Көньяҡ Уралдағы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы янындағы тау һырттары.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илмән һырттары көнсығыштан урманлы-убалы күлдәр менән сиктәш, ә көнбайыштан Мейәс йылғаһы үҙәненең аръяғында Урал тауҙарының төп һырттары китә, шулай итеп Илмән һырттары үҙ географик киңлегендә Урал тауҙарының көнсығыш сиге булып тора.
Иң юғары нөктәһе — Илмәнтау (755 м). Көньяҡта Илмән тауҙары Күмәс Ирәндек һырттары менән дауам итә (Ирәндек - Башҡортостандың Учалы районы территорияһы).
Илмән тауы итәгендә Мейәс ҡалаһының төньяҡ өлөшөндәге торлаҡ массивы, Машҡаласыҡ районы урынлашҡан.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тау тоҡомдары төрлөлөгө ҡатмарлы һәм оҙайлы геологик тарихы менән бәйле, был тарих 2,3 миллиард йыл иҫәпләнә.
Иң ҙур ғилми ҡиммәте пегматит юлаҡтары менән бәйле - бында миаскит, гранит, топаз, гранат,сиенит аквамарин, фенакит, циркон, сапфир, турмалин, амазонит һәм башҡалар осрай.
1920 йылда Илмән тауҙары Рәсәйҙә булдырылған минералдар ҡурсаулыҡтарының тәүгеләренең береһе - Илмән ҡурсаулығы биләмәһенә инеп китә[1].
1824 йылда Илмәнгә килгән немец минералогы И. Н. Менге уның тәүге тасуирламаһын яҙа һәм 1825 йылда ул: "Донъяның бөтә минералдары бер ғәжәйеп һыртта йыйылған кеүек һәм алда был йәһәттән күп асыштар көтә әле," - тип күрәҙәләгән[2][3]
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илмән тау һырты Илмән күленә һәм Илмән ҡурсаулығына үҙенең атамаһын биргән. Илмән күле ҡәҙимдән рус. Ильмень, Эльмень тип аталып килгән (1736 , 1742 йылдағы карталар);Петер Симон Паллас уны Именкуль тип атаған (башҡортса синонимы — «хәүефһеҙ күл») [4].
Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә атаманы башҡорттарҙың тотемы - имән ағасынан килеп сыҡҡандыр тип фаразлай[5].[6]
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ильменские горы
- ↑ Летопись (недоступная ссылка — история ).(недоступная ссылка) Оренбургского края
- ↑ География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 124. — 20000 экз.
- ↑ Озеро Ильменское
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 122. — 20000 экз
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.