Эстәлеккә күсергә

Илмән күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илмән күле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта
 Илмән күле Викимилектә

Илмән күле (рус. Ильме́нское озеро (Ильме́нь)) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы янындағы күле.

Илмән күле Көньяҡ Уралдағы Илмән һыртының көньяҡ осонда Мейәс ҡалаһы янында, Илмән ҡурсаулығы эргәһендә урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән — 331 м. Күлдең көньяғында Транссебер магистраленең Көньяҡ Урал тимер юлы Мейәс станцияһы, төньяҡ һәм көнсығыш яры буйлап МейәсСыбаркүл автомобиль юлы һәм ӨфөСиләбе тимер юлы үтә.

Силәбегә тиклем – 80 км, Өфөгә – 270 км, Мейәскә – 5 км ара [2].

Һыу ятҡылығы төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙыла, оҙонса түңәрәккә яҡын рәүешле[3]. Майҙаны — 4,76[4] км².

Юлдарҙан ары көнсығыш яры хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн ҡулланылмай, сөнки Илмән ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Көньяҡ яры Һаҙлыҡлы.

Яр буйына табан төбө ылымыҡлы, ҡуйы булып һыу үҫемлектәре баҫҡан.

Хайуандар донъяһы уникаль. Бында ғалимдар энәғараҡтың һирәк осраған төрҙәрен тапҡан, урындағы һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте ағзалары өлкәнең Ҡыҙыл китабына индерелгән йылға ҡамаһы осрауын теркәгән[3].

Күлде өлөшсә дамба менән уратҡандар, күлдән ағып сыҡҡан һыу Мейәс йылғаһына ҡоя[5]..

Күлгә атама төп Урал һыртынан 40 км көнсығышҡараҡ һуҙылған Илмән тау һырты исеменән бирелгән. ул. Илмән күле ҡәҙимдән рус. Ильмень, Эльмень тип аталып килгән (1736 , 1742 йылдағы карталар); Петр Симон Паллас уны Именкуль тип атаған (башҡортса синонимы — «хәүефһеҙ күл») [5].

Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡорттарҙың тотемы - имән ағасынан килеп сыҡҡандыр тип фаразлай[6].[7]

Илмән күренештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Илмән күле
Илмән күле яры
Илмән имәндәре
Илмән ярынан күренеш
Илмән ярынан йәнә бер күренеш
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Ильменское озеро (Ильмень) 2019 йыл 29 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 Ильменское, озеро - КАРТА74.РФ. www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai. Дата обращения: 4 август 2016. 2016 йыл 15 август архивланған.
  4. «Озеро Ильменское» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  5. 5,0 5,1 Озеро Ильменское
  6. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
  • Озеро Ильменское [1]