Ҡуртамыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡуртамыш
Флаг[d]
Flag of Kurtamysh (Kurgan oblast).pngCoat of Arms of Kurtamysh.jpg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1745
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ҡуртамыш районы[1] һәм Ҡуртамыш ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1]
Административ-территориаль берәмек Ҡуртамыш ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1]
Халыҡ һаны 16 579 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 метр
Майҙан 97 км²
Почта индексы 641430
Рәсми сайт kurtadm.ru
Урындағы телефон коды 35249
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Ҡуртамышта ерләнгәндәр[d]
Commons-logo.svg Ҡуртамыш Викимилектә

Ҡуртамыш — Рәсәйҙәге ҡала (1956 й), Ҡурған өлкәһе Ҡуртамыш районының административ үҙәге.

Административ-территориаль ҡоролошо буйынса район буйһоноуындағы ҡала булып тора[3][4]. Муниципаль ҡоролош сиктәрендә ҡала биләмәһе статусында Ҡуртамыш ҡалаһы муниципаль берәмеген хасил итә, уның составында берҙән-бер тораҡ пункт[5].

Ҡала халҡы — 16 906[6] кеше (2015).

Ҡуртамыш (Тубыл ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыбыр теленнән ҡортамыш (рогоз).

Нигеҙ һалыныу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1745 йылда крәҫтиән Антон Лоскутников Иҫәт провинциаль канцелярияһы указы буйынса Ҡуртамыш йылғаһы буйында нығытмаға нигеҙ һала. Был урында, православие динендәге тәүге күскенселәр килгәндән һуң 4 йыл үткәс тә сиркәү төҙөлә башлай. Сиркәү Тубыл епархияһы һәм Силәбе воевода идаралығы өсөн генә түгел, бигерәк тә бөтә Ҡуртамыш йылғаһы буйлап күсеп ултырған крәҫтиәндәр өсөн кәрәк була, сөнки иң яҡын православие сиркәүе 70-80 саҡрым төньяҡтараҡ — Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан Воскресенское ауылында (хәҙерге Кирово ауылы) урынлашҡан була.

Ҡуртамыш йылғаһы буйында беренсе сиркәүҙе яңы үҙләштерелгән биләмәнең үҙәгендә, йәғни Ҡуртамыш йылғаһының урта ағымында төҙөргә ҡарар итәләр. Ҡағиҙә булараҡ, ул ваҡыттарҙа, төҙөлөүсе сиркәүҙә сиркәү хеҙмәте ғәмәлдә нигеҙ һалыныу менән башлана. Бына ошо ваҡыттан алып, атап әйткәндә XVIII быуаттың ҡырҡынсы йылдары аҙағынан, күскенселәргә сиркәүгә йөрөү өсөн Мейәс йылғаһына тиклем оҙон юл үтергә тура килмәй.

XVIII быуаттың 50-се йылдары башынан алып, крәҫтиәндәр үҙҙәренең дини эштәре буйынса сиркәүгә барғанда, «Мейәскә барам» һүҙе урынына, «Ҡуртамышҡа барам» тип әйтә башлағандар. Тиҙҙән был төҙөлөүсе сиркәүҙе Ҡуртамыш һүҙе менән, ә был урында урынлашҡан бәләкәй генә исемһеҙ ауылды — сиркәү менән ассоциациялаштыра башлайҙар. Шулай итеп ауыл, төҙөлгән тәүге сиркәү аша йылға исеме менән, «Ҡуртамыш» тип атала башлай.

1753 йылда Ҡуртамыш сиркәүе төҙөлөп бөтә һәм изгеләндерелә. Өс йылдан, 1756 йылда, Ҡуртамыш йылғаһы бассейнында ойошторолған яңы өйәҙҙең өйәҙ хакимиәтен ҡайҙа урынлаштырырға тигән һорау тыуа. Дини һәм донъяуи властарҙың бер урында булыуы уңайлы булыр тигән төплө фекер өҫтөнлөк ала. Шулай итеп, сиркәү янында урынлашҡан ҙур булмаған тораҡ пункты Иҫәт провинцияһы Ҡуртамыш өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

XIX быуатта инде ул сауҙаһы үҫешкән биҫтә булып китә, йыл һайын 5 йәрминкә үтә.

1956 йылдың 5 июлендә Ҡуртамыш район ҡарамағындағы ҡала статусын ала.

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғәт бүлкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Куртамыш МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[9].

[10].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1939[11]1959[12]1967[11]1970[13]1979[14]1989[15]1992[11]
860012 33015 00016 34017 19119 15518 900
1996[11]1998[11]2000[11]2001[11]2002[16]2003[11]2005[11]
18 90018 70018 70018 40018 15418 20017 900
2006[11]2007[11]2008[11]2009[17]2010[18]2011[19]2012[20]
17 80017 90017 90017 83617 09917 10517 112
2013[21]2014[22]2015[6]
16 95116 92516 906

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[23] ҡалаһы араһында [24] 375-се урында була араһында 743-сө урынды биләй. Ҡурғандан (325 200[25]), Шадринсктан (77 031[6]) һәм Шумиханан (17 582[6]) ҡала, Ҡурған өлкәһендә халҡы буйынса дүртенсе ҡала.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡуртамыш ҡалаһының ҡала транспортын шәхси пассажирҙар ташыусыларҙыҡы булған маршрут таксиҙары тәшкил итә. Хәрәкәт итеү составы — КАвЗ-3976, ПАЗ-32053, ГАЗ-3221 «ГАЗель». 2004 йылға тиклем пассажирҙар ташыуҙы «Автоколонна-1854» муниципаль предприятиеһы ЛиАЗ-677М, ЛАЗ-695Н автобустарында тормошҡа ашыра. Маршрут селтәре өс маршруттан тора.

Ҡала яны һәм ҡала-ара транспорт бәйләнешен шулай уҡ шәхси ташыусыларҙыҡы булған автобустар булдыра. Тимер юл транспорты юҡ.

Йәмғиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фән һәм мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта дөйөм белем биреү учреждениелары:

- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 1

- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 2

- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы башланғыс белем биреү мәктәбе № 1

- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы башланғыс белем биреү мәктәбе № 2

- Губернатор кадет мәктәп-интернаты

- Ҡуртамыш ауыл хужалығы техникумы

- Ҡуртамыш педагогия техникумы

Медицина һәм һаулыҡ һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ҡуртамыш үҙәк район дауаханаһы

Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ҡуртамыш мебель фабрикаһы (эшләмәй)

- Ҡуртамыш ремонт-механик заводы

- Ҡуртамыш сыр эшләү заводы

- «Мельница Кучина» он етештереү производствоһы

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡуртамышта киң мәғлүмәт сараларын ике гәзит сағылдыра: «Куртамышская нива» һәм «Провинциальное зеркало» (2014 йылдың 27 февралендә ябылған). Ҡуртамышта 20 телеканал (беренсе канал, Рәсәй-1, Матч ТВ, Рәсәй-К, НТВ, Бишенсе канал һәм башҡалар) һәм FM-диапазонында ике радиоканал тапшырыу алып бара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Закон Курганской области «Об административно-территориальном устройстве Курганской области»
  4. Устав Курганской области
  5. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  7. Яндекс.Карты. Яндекс.Карты. 8 февраль 2010 тикшерелгән.
  8. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2009. 8 февраль 2010 тикшерелгән.
  9. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (2011-06-03).
  10. lang="und">Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 Народная энциклопедия «Мой город». Куртамыш
  12. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  13. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  14. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  15. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  16. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  17. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  18. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2014. 21 июнь 2014 тикшерелгән.
  19. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  22. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  23. с учётом городов Крыма
  24. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  25. По предварительной оценке на 1 января 2016 года

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]