Эстәлеккә күсергә

Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы
Тыуған ваҡыты:

27 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19722013

Театр:

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы (27 март 1950 йыл — 7 апрель 2020 йыл) — артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Фәтих Ислам улы Дәүләтбаев 1945 йылда Благовещен районының Ғүмәр ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе ябай колхозсылар булһа ла, сәнғәткә битараф түгел кешеләр була. Бик йырларға яраталар. Атаһының тауышы бигерәк тә матур булған. Улдарының мәктәптә концерттар ойоштороп йөрөүенә ихлас ярҙам итәләр. Ә Фәтих үҙе костюмдар уйлап сығарып, юҡ нәмәне бар итеп, тамашалар ҡылырға ярата. Унынсы синыфты тамамлау менән 1968 йылда Фәтих Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Унда бер ҡыйынлыҡһыҙ театр факультетына уҡырға инә. Ләкин шәхси тормошондағы ҡатмарлы ваҡиғалар арҡаһында беренсе курста уҡ уҡыуҙы ташлай. Әммә артист булыу теләге уны киләһе йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәтселек училищеһына алып килә.Талантлы егетте шунда уҡ театр бүлегенең икенсе курсына алалар. Бында ул, заманында Мөбәрәков, Сыртланов, Бохарскийҙар менән бергә эшләгән, Ғөбәйҙулла Насибулла улы Яҡуповта белем ала.

Училищены тамамлағас, 1972 йылдың 5 октябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына артист булып эшкә алына. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссёрҙары — Владимир Штейн, Кәшфи Ғәҙелшин, Павел Мельниченко менән бергә эшләй. Уларҙың Һәр береһе Фәтих Исламовичтың күңелендә ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Павел Мельниченко, Лек Вәлиев, Наил Байбурин, ҡалмыҡ режиссёры Борис Манджиев — һәр береһе артисты яңы үрҙәргә үрләтте. Ә инде Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитованы ул «үҙ режиссёрым» — тип атай. Баш режиссёр артистың күп ҡырлы талантын тулыһынса файҙаланырға тырыша: "Фәтих Исламович шул тиклем киң диапазонлы актёр, ниндәй генә роль тапшырһаң да, уны еренә еткереп эшләй. Яңы алымдар табып, образдың асылына төшөнөп, тамашасының хәтерендә ҡалырлыҡ юғарылыҡта уйнай, — ти Гөлнара Вәлитова.

Фәтих Дәүләтбаев халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй театр фестивалдәрендә ҡатнаша, театр менән бергә Башҡортостан, Рәсәй, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы 2020 йылдың 7 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Т. Минуллиндың «Әлдермөштән Әлмәндәр» спектаклендә Әлмәндәр, Алладин («Алладиндың мөғжизәле лампаһы»), Хужа Насретдин (шул уҡ исемле спектаклдә), Һуҡыр сысҡан («Дюймовочка», Г.-Х. Андерсен), Каруансы («Әминбәк», Р. Янбулатова), Ибрай (М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы буйынса) һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010.)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)