Леонтьев Алексей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алексей Фёдорович Леонтьев
200 px
Тыуған көнө:

27 март 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Түбәнге Новгород өлкәһе, Яковцево ауылы, Рәсәй империяһы

Вафат булыу көнө:

14 апрель 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

СССР

Ғилми өлкәһе:

математика

Эшләгән урыны:

Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, МЭИ, Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

фән докторы;(1948)

Ғилми исеме:

член-корреспондент АН СССР;(1970)

Уҡыу йорто:

Горький дәүләт университеты

Ғилми етәксеһе:

СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд

Билдәле уҡыусылары:

В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов

Награда һәм премиялары


Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1989

Алексе́й Фёдорович Лео́нтьев (27 март 1917 йыл — 14 апрель 1987 йыл) — совет математигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР ФА мөхбир ағзаһы (1970), физика-математика фәндәре докторы (1948), профессор (1949). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Фёдорович Леонтьев[1] 1917 йылдың 27 апрелендә Түбәнге Новгород губернаһының Яковцево ауылында тыуған. Ҙур крәҫтиән ғаиләһендә ун өсөнсө бала була.

Атаһы Федор Харитонович 1927 йылда мәрхүм була. Бер аҙҙан әсәһе Надежда Ивановна ла донъя ҡуя. Балаларҙы ағайҙары һәм апайҙары ҡарап үҫтерә.

1929 йылда Алексей Федорович беренсе баҫҡыс ауыл мәктәбен тамамлай һәм уҡыуын Дзержинск ҡалаһында, унан һуң Горький ҡалаһында дауам итә.

1939 йылда Горький дәүләт университетын тамамлай. Унан һуң аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе — профессор И. Р. Брайцев). 1941 йылда Алексей Фёдорович халыҡ ополчениеһына инә һәм Горький ҡалаһы тирәләй оборона ҡоролмалары төҙөүҙә ҡатнаша, ә 1942 йылда «Дифференциаль-төрлөлөклө тигеҙләмәләр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Артабан ул Козьмодемьянск ҡалаһында Мари педагогия институтында эшләй, математиканан лекциялар уҡый.

1942—1954 йылдарҙа Горький университетында уҡыта. 1945 йылда А. Ф. Леонтьев СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының докторантураһына инә (ғилми етәксеһе — СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд).

1948 йылда Горький университетында «Дирихле полиномдары рәттәре тарафынан билдәләнгән функциялар класы тураһында» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1948—1954 йылдарҙа Горький университетында юғары математика кафедраһы мөдире.

1954—1962 йылдарҙа Мәскәү энергетика институтының математика кафедраһы мөдире, МЭИ-ҙың юғары математика буйынса махсус курсы кафедраһы мөдире.

1962—1971 йылдарҙа СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта МЭИ-ҙа уҡыта.

1971 йылдан СССР ФА БФ Физика һәм математика бүлексәһенең функциялар теорияһы секторы мөдире, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында кафедра мөдире.

Уның етәкселеге аҫтында Өфөлә комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы буйынса математик фәнни мәктәп формалаша.

А. Ф. Леонтьевтың фәнни эшмәкәрлек даирәһе: комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары, экспоненталар полиномдарының эҙмә-эҙлелеге, күсәрҙә свёртка тигеҙләмәләрен сисеү һәм комплекслы өлкәлә элементар сиселештәр ярҙамындағы аппроксимация мәсьәләләре, сикһеҙ тәртиптәге тигеҙләмәләр теорияһы. Уның тарафынан математиканың экспоненталар полиномдары эҙмә-эҙлелектәренең үҙенсәлектәрен тикшереү йүнәлеше барлыҡҡа килтерелә, ирекле аналитик функцияларҙың экспоненталар рәттәре менән вәкәләтле булыуы теорияһы эшләнә.

Алексей Фёдорович квазианалитик дауамлылыҡ теорияларын иҫбатлай, дифференциациялауға ҡарата вариантһыҙ ярҙамсы арауыҡтарҙың спектраль синтезы мәсьәләләрен өйрәнә.

Горькийҙа, Мәскәүҙә һәм Өфөлә бик күп уҡыусылар әҙерләй, уларҙың утыҙ бише — фән кандидаты, һигеҙе фән докторы булып китә.

Алексей Федорович Леонтьев Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Ф. Леонтьев — 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт[2], шул иҫәптән 3 монография авторы.

  • Леонтьев А. Ф. Ряды полиномов Дирихле и их обобщения. М., 1951 г. 39 томов.
  • Леонтьев А. Ф. Ряды экспонент. — М., Наука, 1976;
  • Леонтьев А. Ф. Последовательности из экспонент. — М., Наука, 1980;
  • Леонтьев А. Ф. Обобщения рядов экспонент. — М., Наука, 1981.
  • Леонтьев А. Ф. «Представление функций рядами обобщённых экспонент» // Матем. сб., 134(176):4(12) (1987).
  • Леонтьев А. Ф. «Решение обобщённого уравнения свёртки» // Изв. АН СССР. Сер. матем., 43:2 (1979), 342—366
  • Леонтьев А. Ф. Ряды Дирихле, последовательности полиномов Дирихле и связанные с ними функциональные уравнения // Итоги науки и техн. Сер. Мат. анал., 13 (1975), 5-55
  • Леонтьев А. Ф. Дифференциально-разностные уравнения. // Матем. сб., 24(66):3 (1949), 347—374

А. Ф. Леонтьев 1962 йылда В. А. Стеклов исемендәге Математика институты тарафынан «Русско-английский словарь математических терминов» һәм «Англо-русский словарь математических терминов» баҫмаларын нәшер итеүгә әҙерләүҙә ҡатнаша.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1987).
  • СССР Дәүләт премияһы (1989 йылда, вафатынан һуң) «Ряды экспонент» һәм «Последовательности полиномов из экспонент» тигән монографиялары өсөн.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большой энциклопедический словарь: В 2-х т. /Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Сов. энциклопедия, 1991.
  • Математический энциклопедический словарь. М., Сов. энциклопедия, 1988.
  • Члены Российской академии наук в Математическом институте им. В. А. Стеклова РАН. К 75-летнему юбилею МИАН. Биографический словарь-справочник. Под общей редакцией академика В. В. Козлова. / Авторы-составители: Э. П. Зимин, С. В. Кисляков, Г. С. Монахтина, В. П. Павлов. — М.: Янус-К, 2009.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт университетында математика факультеты студенттары өсөн — А. Ф. Леонтьев исемендәге стипендия, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан математика өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәр өсөн СССР ФА мөхбир ағзаһы А. Ф. Леонтьев исемендәге премия булдырылған. Премия 4 йылға бер тапшырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]