Һыуытҡыс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыуытҡыс
Рәсем
Алыштырған ледник[d], рефрижератор[d] һәм ледник[d]
Асыу датаһы 1856
Вид в ночное время
Код MCN 8704.32.30
 Һыуытҡыс Викимилектә
Заманса көнкүреш һыуытҡысы

Һыуытҡыс — түбән температураны һаҡлаусы изоляцияланған камералы ҡоролма. Ғәҙәттә һалҡын урында һаҡланырға тейеш булған аҙыҡ йәки әйберҙәрҙе һаҡлауға тәғәйенләнгән . Үҫешкән илдәрҙә һыуытҡыс бөтә ғаиләлә лә тиерлек бар. Һыуытҡыстың эше һыуытыусы машинаны ҡулланыуға нигеҙләнгән, ул йылылыҡты һыуытҡыстың эшсе камераһынан тышҡа сығара. Бынан тыш бик ҙур һыуытҡыстар бар, улар йәмәғәт туҡланыу системаһында , магазиндарҙа һәм сәнәғәттә ҡулланыла. Ҙур,унар, йөҙәр кубометр һыйышлы эшсе камералы һыуытҡыстар ит комбинаттарында, сәнәғәт производствоһында ҡуйыла. .

Һыуытҡыстар ике төргә бүленә: аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн уртаса температуралы һәм түбән температуралы туңдырғыстар.

Туңдырғыс — аҙыҡ-түлекте туңдырыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән айырым прибор, йәки һыуытҡыстың бер өлөшө. Туңдырғыста ғәҙәттә температура −21 °C була. Хәҙерге заманда ике камералы һыуытҡыстар сығарыла, унда ике компонент та бар. Тәүге ике камералы һыуытҡыстар General Electric фирмаһы тарафынан сығарылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ранний электрический холодильник, с цилиндрическим теплообменником сверху. Из коллекции музея Thinktank (Англия).

Бер нисә мең йыл элек үк кешеләр аҙыҡ-түлекте боҙ тутырылған айырым урындарҙа һаҡлаған. Рим императоры Нерон өсөн уның хеҙмәтселәре тауҙарҙа ҡар һәм боҙ әҙерләй торған була. Урта быуаттарҙа Көньяҡ Европала йәшәүселәр ҡар менән боҙҙоң файҙаһын белмәгән. Билдәле сәйәхәтсе һәм сауҙагәр Марко Поло оҙаҡ ваҡыт Ҡытайҙа йәшәгәндән һуң яҙған китабында ҡар менән боҙҙоң файҙаһы тураһында бәйән итә.

XVIII быуаттан башлап, фаянс һәм фарфор һауыттарға шарап тултырылған шешәләрҙе тығып ҡуйғандар, ә уларҙың өҫтөн ваҡланған боҙ киҫәктәре менән тултырғандар. Ошондай һыуытҡысты өҫтәлгә сығарып ултыртҡандар.

Рәсәйҙә ерҙе соҡоп, унда бура төшөргәндәр, уның эсендә боҙ һәм ҡар тултырғандар. Был ҡоролма боҙлоҡ тип аталған. Уның өҫтөндә ҡалын таҡта түшәм, түшәмде тупраҡ, сиҙәм менән ҡаплағандар. Бындай боҙлоҡта хатта йәй айҙарында ла тиҙ боҙолоусан аҙыҡты һаҡлап булған.

1686 йылда Италия кешеһе Франческо Прокопио Парижда бик популяр булған «Прокоп» кафеһын аса, бында туңдырылған шәрбәт һәм татлы туңдырма һатылған.

1803 йылда Вашингтонға һыйыр майы килтереп һатҡан (аҡ май)Америка эшҡыуары Томас Мур , халыҡҡа үҙ ҡулы менән эшләгән кухня һыуытҡысы прототибын күрһәтә . Был рефрижератор тип аталған ҡулланманы эшләү өсөн йоҡа ҡорос бит кәрәк була. Уларҙан эшҡыуар май өсөн һауыт эшләй, уларҙы ҡуян тиреһе менән урай, был һауытты кедр таҡталарҙан эшләнгән биҙрәләргә ултырта һәм өҫтәнә боҙ киҫәктәре тултыра.

XIX быуат уртаһында йорттарҙа боҙлоҡтар күпләп ҡулланыла. Улар ғәҙәттәге кухня шкафынан айырылмаған. Ҡуян тиреһе урынына ағас онтағы менән пробка ҡулланылған. Ҡай береһендә боҙ аҙыҡ торған камераның өҫтөндә, ҡай береһендә аҫтында була. Эрегән һыу кран аша айырым һауытҡа ағып торған.

1850 йылдың 14 июлендә Америка табибы Джон Гори үҙе эшләгән аппаратта тәү тапҡыр яһалма боҙ эшләп сығарыу процессын күрһәткән. Ул компрессион цикл технологияһын ҡулланған, был технология әлеге һыуытҡыстарҙа ла ҡулланыла. Ә аппарат туңдырғыс һәм кондиционер булып хеҙмәт итә ала[1].

1857 йылда Австралиянан Джеймс Харрисон һыра эшләү һәм ит эшкәртеү сәнәғәтендә компрессорлы һыуытҡыс камералар ҡуллана башлай.

1857 йылда тәүге рефрижератор вагон эшләнә.

Француз ғалимы Фердинанд Карре 1858 йылда аммиак абсорбциялап (лат. absorbere — поглощать), яһалма һыуыҡ эшләп күрһәтә (тәүге абсорбциялаусы һыуытҡыс машина). Ләкин уның ысулын бик оҙаҡ ваҡытҡа онотоп торалар.

1879 йылда Германияла Карл фон Линде аммиакта эшләүсе компрессор уйлап сығара. Уның һыуытҡыс машинаһы бик күп боҙ эшләп сығара, шуға был агрегаттарҙы мал һуйыу предприятиелары һәм аҙыҡ-түлек эшләп сығарыусы фабрикалар һатып ала. Һыуытылған есем төрлө биналарға үткәрелгән торбалар буйлап йөрөй, аҙыҡ-түлек һаҡланған бүлмәләр һалҡын килеш тора. Күп эшҡыуарҙар ҙур һыуытҡыс складтар аса башлай [2].

XX быуат башында Мәскәүҙә «Эскимо» атамалы һыуытҡыс агрегат һатыусы фирма асыла. Был Фердинанд Карре тәҡдим иткән принцип буйынса эшләгән аппарат була. Ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡоролма тауышһыҙ эшләй. Уны эшләтеү өсөн күмер, утын, керосин йәки спирт кәрәк була. Бер циклда «Эскимо» 12 кг эшләп боҙ сығара ала.

Тәүге көнкүрештә ҡулланылған электр һыуытҡысы 1913 йылда эшләнгән. Ул сәнәғәттәге һыуытҡыстар кеүек йылылыҡ насосы принцибында эшләй. Тәүге күнкүреш һыуытҡыстарында һыуытыусы шыйыҡса итеп ағыулы матдәләр ҡулланыла.

1926 йылда Альберт Эйнштейн элекке студенты Лео Силард менән абсорбциялаусы һыуытҡыс конструкцияһы вариантын тәҡдим итә (Эйнштейн һыуытҡысы).

1926 йылда Дания инженеры Кристиан Стинструп халыҡҡа тауышһыҙ, зыянһыҙ һәм оҙаҡ эшләй торған өйҙә ҡулланыу өсөн һыуытҡыс тәҡдим итә. Һыуытҡыстың электродвигателе, компрессорының өҫтө ныҡлы ябылған . General Electric был агрегатҡа патент һатып ала.

Тәүге күпләп һатылған Monitor-Top һыуытҡысын General Electric 1927 йылда сығара. General Electric барлығы 1 млн ашыу Monitor-Top һыуытҡысын һата.

1930 йылдан башлап, һыуытҡыстарҙа һыуытыусы агент итеп фреон ҡулланалар. 1940 йылдарҙа туңдырғыс бүлектәр ҡуя башлайҙар, айырым һыуытҡыс шкафтар эшләнә. 1950—1960 йылдарҙа боҙ иретеү функцияһы булған һыуытҡыстар һатыла башлай.

СССР тәүге көнкүреш компрессион һыуытҡыстары 1937 йылда сыға башлай. Камера күләме 120 литр һыйышлы ХТЗ-120 һыуытҡысын 1939 йылдан Харьков трактор заводы эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бер нисә мең һыуытҡыс һатыла.

1951 йылда ЗИС автомобиль заводы билдәле «Москва» һыуытҡысының тәүге партияын сығара. «Москва» бик юғары сифатлы һәм ышаныслы һыуытҡыс була— был һыуытҡыстарҙың күбеһе әле лә эшләй. Тик ул һыуытҡысты эшләү өсөн бик күп көс һәм металл сарыф ителә. [3].

1962 йылда һыуытҡыслы ғаиләләр һаны : АҠШ — бар ғаиләләрҙең 98,3 % , в Италия — 20 %, СССР — 5,3 % [4].

Һыуытыусы агрегат эшләү принцибы буйынса һыуытҡыс төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Компрессорлы
  • Абсорбциялаусы
  • Термоэлектрик
  • Өйөрөлмәле һыуытыусылары булған

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Иван Мацарский. ДЖОН ГОРИ ИЗОБРЁЛ ХОЛОДИЛЬНИК, или о том, как была уничтожена индустрия по продаже льда. Газета «Бизнес» (2005). Дата обращения: 21 май 2009. Архивировано 25 август 2011 года. 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
  2. История возникновения холодильника. Мороз и Ко. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 13 июль архивланған.
  3. Холодильники «ЗИЛ» — взлёты и падения… Часть I | Статьи о холодильниках и морозильниках | Холодильник. Инфо
  4. Жирнов Е. Жертвы холодильной войны. Деньги. № 38 (644) (2007). Дата обращения: 8 май 2009. Архивировано 24 август 2011 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Холодильник домашний — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства/ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.

Ҡалып:Холодильная машина Ҡалып:Кухонная техника