Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы
Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 ноябрь 1930 |
Тыуған урыны | Сыңғыҙ ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 март 2017 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965)[1]. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты[2]. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов 1930 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се урта мәктәбен тамамлай. Юлалы башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Магнитогорск педагогия институтының тарих факультетында белем ала (1949—1953). Институттты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһына ҡайта һәм 1-се һәм 2-се ҡала мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була (1953—1958). Артабан Баймаҡ район мәғариф бүлегендә башта — инспектор, һуңынан мөдир булып эшләй (1958—1966)[2]. Сибай ҡалаһына күскәндән һуң, Сибай ҡала партия комитетында идеология бүлеген етәкләй, Сибай мәктәп-интернаты (1970—1979), коррекцион мәктәбе (1985—1992) директоры була[1].
Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов, тарихсы булараҡ, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн, бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң (1992 йылдан), Баймаҡ районының һәм Сибай ҡалаһының йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша[2]. Уның тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышланған мәҡәләләре республика матбуғатында баҫыла килә, Баймаҡ районы «Октябрь байрағы», Сибай ҡалаһындағы «Атайсал» гәзиттәрендә әленән-әле уның мәҡәләләре донъя күрә. Рамаҙан Исмәғил улы ике ҡала музейҙары менән дә тығыҙ бәйләнештә була, уларға ярҙам күрһәтә. Йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән осраша, бик йыш китапханаларҙа була, уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына.
«Сибай» халыҡ үҙәгенең тәүге етәксеһе.
Р. И. Үтәғоловтың тырышлығы һәм ныҡышмаллығы арҡаһында Сибай ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына һәйкәл барлыҡҡа килә. Шулай уҡ, Рамаҙан Исмәғил улы тәҡдиме менән Башҡорт дәүләт филармонияһына Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелә[1].
"Башҡорт энциклопедияһы"ның 7 томында — 54 мәҡәлә, Баймаҡ энциклопедияһында — 30, Сибай энциклопедияһында — 22 мәҡәлә авторы. Шулай уҡ ул Баймаҡ районы Темәс ауылы энциклопедияһы авторҙарының береһе. 14 китап, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһы буйынса яҡынса 80 мәҡәлә авторы[1]. 1-се һәм 2-се Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты[3].
Төп әҫәрҙәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тропою знаний. Баймак, 2000 г., 175 с.
- Сәсәндәр иленә сәйәхәт. Сибай, 2008 йыл (А. Тажетдинов менән берлектә)
- Звезды Ирендыка. (Из истории пед. училищ и подгот. пед. кадров Зауралья) Сибай, 2001. — 97
- Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание, Уфа, 2001 г., 328 с.(Ә. З. Сәйғәфәров менән берлектә)
- Сыңғыҙ — изге төйәк. Сибай, 2003 йыл. (Б. Туйсин менән берлектә)
- Подвиг. Сибай, 2006 г. 1 ч. -«Сибай в годы военных испытаний», 2 ч.- «Беркуты Ирандыка» (2012) — 112-се Башҡорт кавдивизияһы яугирҙары тураһында
- Сибайҙың алтын шишмәләре (Золотые россыпи Сибая). Сибай,2005;
- Флагман среднего образования. Сибай,2008;
- Учитель доброты. Сибай, 2010;
- «Звезда Мамбеткулова» (2011 год)
- Легендар Буранбай сәсән (Легендарный Буранбай сэсэн). Сибай,2015.
- «Азаматы Сакмара и Яика: Юго-Восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции» (2012)
- Һаҡмар йондоҙо (2013) - композитор Х. Әхәмәтовтың 100-йыллығына
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[1]
- СССР педагогия фәндәре академияһы грамотаһы (1963)[1]
- Халыҡ мәғарифы отличнигы (1973)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966)[4].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966)
- Баймаҡ районы Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты
- Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала әҙәби премияһы лауреаты
- «Хеҙмәт ветераны»
- «Ал да нур сәс халкыңа» (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы)[1]
- Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 УЧИТЕЛЬ. КРАЕВЕД. ПРЯМОЙ ПОТОМОК БУРАНБАЯ-СЭСЭНА 2020 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. Баймаҡ, 2010 йыл.
- ↑ Литературная карта Башкортостана
- ↑ Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание, Уфа, 2001 г., 328 с.(соавторство)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание, Уфа, 2001 г., 328 с.(соавторство)
- Сказание о земле Баймакской. Уфа, Изд. «Слово», 1998 г.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. , Баймаҡ, 2010 йыл.
- УЧИТЕЛЬ. КРАЕВЕД. ПРЯМОЙ ПОТОМОК БУРАНБАЯ-СЭСЭНА 2020 йыл 25 июнь архивланған.