Эстәлеккә күсергә

Солтанов Шәриф Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанов Шәриф Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 август 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарасайылға, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9 август 1913 йыл — 10 май 1998 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987).

Шәриф Хәбибулла улы Солтанов 1913 йылдың 9 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Ҡарасайылға ауылында тыуған. Урта белемле.

Шәриф Хәбибулла улы 1928 йылда Топорнинск (хәҙерге Кушнаренко) районының «Күмәк» колхозында эшләй башлай. 1933—1934 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Топорнинск район комитетының йәштәр ауыл хужалығы станцияһы директоры.

1935—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1937—1938 йылдарҙа — Кушнаренко хеҙмәтсәндәр депутаттары район советының спецчасть начальнигы, 1938—1942 йылдарҙа — Кушнаренко район хәрби комиссариатының 2-се часть башлығы ярҙамсыһы, башлығы. 1942—1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943—1946 йылдарҙа Кушнаренко район советы башҡарма комитетының дәүләт тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1946—1957 йылдарҙа — райондың социаль тәьминәт бүлеге мөдире була. 1957 йылда — Кушнаренко районының Салауат исемендәге колхозы рәйесе.

1965 йылда Ш. X. Солтанов етәкләгән колхозда тулайым иген етештереү, 1957 йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға, картуф — 4 тапҡырға, эре мөгөҙлө мал һаны — 5 тапҡырға, сусҡаларҙың һаны — 2,5 тапҡырға, һарыҡ — 1,9 тапҡырға арта. Был осорҙа иген һатыу 6,6 тапҡырға, картуф һатыу — 40 тапҡырға, ит һатыу — 4,6 тапҡырға, һөт һатыу — 3,3 тапҡырға, йомортҡа һатыу — 50 тапҡырға, йөн һатыу — 4 тапҡырға арта. 1965 йылда игендең уртаса уңышы 14,5 центнер, шәкәр сөгөлдөрө — 131 центнер, картуф — 135 центнер тәшкил итә. 1965 йылда колхоздың аҡса килеме 790,6 мең һум тәшкил итә, 1957 йыл менән сағыштырғанда 10 тапҡырға арта.

1965 йылда һәр һыйырҙан 1 994 килограмм һөт һауыла, һәр йомортҡа һала торған тауыҡтан 143-әр йомортҡа, бер һарыҡтан 2,3 килограмм йөн алына.

Солтанов Шәриф Хәбибулла улы колхоз рәйесе булған осорҙа ауыл клубы, 380 урынлыҡ Мәҙәниәт йорто, 25 койкалыҡ участка дауаханаһы, 5 һыйыр аҙбары, 2 сусҡа аҙбары, 4 быҙау аҙбары, 7 000 тауыҡҡа ҡош аҙбары төҙөлә.

Малсылыҡты үҫтереүҙә, ит, һөт, йомортҡа, йөн һәм башҡа продукцияны етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән Ш. X. Солтановҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Кушнаренко районының Салауат исемендәге колхозға 1975 йылда пенсияға киткәнгә тиклем етәкселек итә.

Кушнаренко районының Почетлы гражданы (1987). Солтанов Шәриф Хәбибулла улы 1998 йылдың 10 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа үләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (1966),
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • Ш. X. Солтановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, Кушнаренко районы Шәрип урта мәктәбенең тарих музейында мемориаль мөйөш булдырылған.
  • Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Шәрип ауылында бер урам Геройҙың исемен йөрөтә.
  1. (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.