Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы
Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 5 май 1901 |
Тыуған урыны | Балыҡлыкүл, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1943 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы (5 май 1901 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт Шаһи улы Аритҡолов 1901 йылдың 5 майында Меркет-Мең улусының Балыҡлыкүл ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы).
1917—1926 йылдар — Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1918 йылда Өфөлә РКП(б)-ға инә.
Һуғышҡа тиклем партия һәм дәүләт органдарында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәткә саҡырыла[1].
1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының штабы комиссары, штабтың политбүлек начальнигы урынбаҫары.
1943 йылдың февраль башында дивизия дошмандың тәрән тылына үтеп итеп, Чернухиноны, Дебальцeво станцияһын алырға, ундағы дошманды юҡ итергә бойороҡ ала[2]. 1943 йылдың 23 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙерге Луганск өлкәһендә) Юлино-I утары янында ауыр алышта батырҙарса һәләк була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Аритҡолова Әминә (Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы)[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — С. 194. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.
- ↑ Бикмеев М. А. Национальные воинские формирования. Исторический создания и боевой путь Башкирской кавалерийской дивизии. — М.: Восточная литература, 2011. — Т. VI. — С. 31. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
- ↑ Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — С. 194. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иргалин Г. Д. Ариткулов Давлет Шагиевич// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 124. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.