Дебальцево (станция)
Дебальцево | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Хужаһы | Донецкая железная дорога[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | Донецкая железная дорога[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1878 |
Дебальцево Викимилектә |
Дебальцево (укр. Дебальцеве) — Көньяҡ тимер юлы составына ваҡытлыса тапшырылған Донецк тимер юлының йөк һәм пассажирҙар ташыу узел станцияһы. Станция Дебальцево ҡалаһында урынлашҡан. Элек бында Рәсәй һәм Украина сиген киҫеп үткән йөк һәм пассажир поездары өсөн Луганск таможняһы бүлексәһе урынлашҡан була.
Ҡалып:Горловка — Дебальцево Ҡалып:Дебальцево — Попасная
«Дебальцево ҡаҙаны» ҡыйратыу буйынса хәрби ғәмәлдәр ваҡытында станция бик ҙур зыян күрә, емереклектәрҙе урындағы ремонтсылар яйлап төҙәтәләр.
Станция тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юлы вокзалы бинаһы станцияла тәүеләрҙән булып төҙөлә. Ул XIX быуат аҙағында төҙөлә һәм бөгөнгө көндә ҡала символына әүерелгән. Бина индивидуаль проектбуйынса төҙөлгән һәм конструкцияһының үҙенсәлеге менән айырылып тора.
Иң баштан хәҙерге локомотив пассажир депоһы урынында ағас вокзал бинаһы төҙөлә. Заманса вокзалдың төп өлөшөнөң (касса залынан башҡа) төҙөлөшө 4 йыл дауамында бара — 1979 йылдан алып 1983 йылға тиклем. Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайының бер залында вокзал бинаһы төҙөлөшөн сағылдырған макет урынлаштырыла, әммә ул хәҙерге көндәргә тиклем һаҡланмаған.
1887 йылда Дебальцево станцияһы вокзалында урыҫ драматургы Чехов Антон Павлович булып китә. Туғандарына яҙған хатында А.П. Чехов вокзалдың һәм унан киткән төрлө йүнәлештәге пункттарҙы сағылдырған схема эшләгән.
«Урталағы түңәрәк — Дебальцево станцияһы. Ҡалған түңәрәктәр — Бахмуты, Лисичанск, Луганск һәм башҡалар».
1936 йылда вокзал бинаһына төкәтмә эшләнә — касса залы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бина бик ныҡ емерелә. 1946—1953 йылдарҙа тергеҙелә һәм өлөшләтә сафҡа индерелә.
Дебальцево станцияһы вокзалы — 1 класс тибындағы вокзал. Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны - 2355,36 квадрат метр, бында барыһы 30 бүлмә бар.
Станция расписаниеһы (2014 йылға тиклем)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд һаны | Хәрәкәт маршруты | Поезд һаны | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
19 «Лугань» | Киев — Луганск | 20 «Лугань» | Луганск — Киев |
91 | Одесса — Луганск | 92 | Луганск — Одесса |
125 «Молодая Гвардия» | Киев — Луганск | 126 «Молодая Гвардия» | Луганск — Киев |
133 | Киев — Луганск | 134 | Луганск — Киев |
341 | Симферополь — Луганск | 342 | Луганск — Симферополь |
787 | Харьков — Луганск | 788 | Луганск — Харьков |
Мемориаль таҡтаташтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина фасадындағы таҡтаташтар:
- 1878 йылдың декабренә Дебальцево тимер юлы узелы сафҡа инә.
- 1905 йылдың 16 декабрендә тимер юлсылар хәрби дружиналары Горловка ҡораллы ихтилалға ярҙамға китә
- 1917 йылдың декабрендә ҡыҙыл гвардия отряды командиры атып үлтерелә.