Чернухино
Чернухино | |
укр. Чорнухине | |
Нигеҙләү датаһы | 1600 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Чорнухине |
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Алчевское городская община[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d], UTC+3:00[d] һәм DAZD[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кальмиус |
Халыҡ һаны | 5725 кеше (2019) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 326 ± 1 метр |
Майҙан | 6,96 км² |
Почта индексы | 94340 |
Рәсми сайт | w1.c1.rada.gov.ua/pls/z7… |
Чернухино Викимилектә |
Чернухино (укр. Чорнухине) — Украинаның Луганск өлкәһендәге ҡала тибындағы ҡасаба. 2014 йылдың октябренә тиклем Украина Юғары Радаһы ҡарарына ярашлы ул Перевальск районына ҡарай, ә 2014 йылдың 7 октябренән Чернухино рәсми рәүештә Попаснянск районы составына күсә, ул ваҡытта ҡасаба тулыһынса Украина ғәскәрҙәре контроле аҫтында була[1]. 2015 йылдың февралендә тораҡ пункты Луганск Халыҡ Республикаһы контроле аҫтына күсә[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба тирәһендә Чернухина йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары баш ала[3], совет осоронда ҡаланы техник һәм эсәр һыу тәьмин итеү өсөн Чернухино һыуһаҡлағысы төҙөлә.
Ҡасаба Луганскиҙан 73 км көньяҡ-көнбайыштараө ята, унан көнбайышҡа Луганск[4] һәм Донецк[5] өлкәһләренең сиктәре үтә. Күрше Донецк өлкәһендәге Дебалцевоға көнбайышҡа табан 8 километр, Донецкиға тиклем көньяҡ-көнбайышҡа табан — 63 километр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ултыраҡ тураһында тәүге тапҡыр 1600 йылда телгә алына[6].
1859 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡаҙна ауылында 1928 кеше йәшәй (946 ир-егеттәр һәм 982 ҡатын-ҡыҙ), 242 йрорт хужалығы иҫәптә тора, православие сиркәүе һәм почта станцияһы була, йылына өс тапҡыр йәрмикә үтә.
1897 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы ауыл Рәсәй империяһы Екатеринослав губернаһы Славяносербск өйәҙе Чернухин улусының үҙәге була, унда 510 йортта 3700 кеше, мәктәп эшләп килгән һәм йылына өс тапҡыр йәрминкә үткәрелгән[7].
1938 йылда ауыл ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала[6].
1978 йылдың башына ҡарата ҡасабала таш күмер сығарғандар, ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм ҡошсолоҡ совхозы булған.
1985 йылда халыҡ һаны 9,2 мең кеше тәшкил итә, бында С. В. Косиор исемендәге шахта, «Мирный» тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ фабрикаһы, Перевал тау техникумының филиалы, дүрт урта белем биреү мәктәбе, хәстәхана, дауахана, мәҙәниәт йорто, ике клуб, ике китапхана һәм тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй[6].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941—1943 йылдарҙа ҡасаба немец оккупацияһы аҫтында ҡала.
1943 йылдың февралендә 7-се гвардия кавалерия корпусы (уның составында 112-се (16-сы) Башҡорт кавалерия дивизияһы) дошман тылына. Ворошиловоград ҡалыһына табан, тәрән рейд башҡара һәм бик күп дошман һалдаттарын ҡыйрата. 23 февралдә Ворошиловоград өлкәһе Штеровка ауылы тирәһендә рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк була. Чернухино ауылы тирәһендә алыштар айырыуса ҡаты һәм аяуһыҙ була. Башҡорт атлыларҙың бик күптәре һәм 14-се һәм 15-се кавдивизиялар атлылары окоптарҙа һәм ошо ауыл тирәләй яландарҙа ятып ҡала. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, был көндәрҙә бында ике мең тирәһе ҡыҙылармеец һәләк була, шул иҫәптән башҡорт атлыларҙан — яҡынса бер мең яугир. 1974 йылда туғанлыҡ ҡәберлеге өҫтөндә һәйкәл ҡуйыла — шинелдә һәм елдә елберләгән плащ-палатка менән һыбайлы[8].
2014—2015 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты ДХР һәм ЛХР араһындағы стратегик яҡтан мөһим ерҙә урынлашҡан. 2014 йылдың август урталарына тиклем ЛХР контроле аҫтында бла. 2014 йылдың 14 авгусынан 2015 йылдың 6 февраленә тиклем ҡасаба украин ғәскәрҙәре контроле аҫтында була. 2015 йылдың 7 февралендә Украина Ҡораллы Көстәре подразделениелары Чернухиндан Дебальцево ҡаҙанын юҡҡа сығарыу буйынса операция барышында ДХР һәм ЛХР формированиелары тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла[9]. 9 февралдә бер нисә украин киң мәғлүмәт саралары Чернухино кире ҡайтарылды тигән мәғлүмәт тарата, әммә шул уҡ кис ОБСЕ мониторинг миссияһы күҙәтеүселәре, украин хәрбиҙәре ҡасабанан дүрт километрға ары алып ташланған, тип хәбәр итәләр[10].
Урындағы совет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]94340, Луганск өлкәһе, Попаснянск районы, Чернухино ҡасабаһы, Ленин урамы, 285-се йорт.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Кадры из разрушенного в результате боёв посёлка Чернухино. |
Чернухино халҡы кәмей:
1989 йылдың ғинуарында халыҡ һаны 8814 кеше тәшкил итә.
2001 йылғы Украин халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, халыҡ һаны 7782 кеше тәшкил итә.
2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 6137 кеше, 2013 йылдың 1 ғинуарына — 5958 кеше тәшкил итә[11].
Ҡасаба халҡының күпселеге 2014—2015 йылдарҙағы Донбасстағы һуғыш барышында эвакуациялана[12].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юл узелы[13]. Тораҡ пуктының төп массивынан көнбайышҡа Чернухино тимер юлы станцияһы (хәҙер ташландыҡ хәлдә)[14][15]).
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала Изге Николай храмы эшләп килә (Папанин тыҡрығы, 1-се йорт).
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чернухинола һуңғы Советтар Союзы ГеройыСолодков Леонид Михайлович тыуған.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылдың 22 июнендә Луганск Халыҡ Республикаһындағы Чернухино ауылында тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған мемориалды асалар. 2014 йылда өлөшләтә емерелгән һыбайлы скульптураһы 2017 йылда тегеҙелә. 7-се кавалерия корпусы һалдаттарының ерләнгән урынындaғы уникаль һәйкәлде Мәскәү һәм Донецк ҡалалары йәмәғәтселәрe үҙ иҫәбенә тергеҙәләр[8]. 2018 йылда тергеҙелгән һәйкәл эргәһендә туғанлыҡ ҡәберлегендә ерләнгән бөтә яугирҙарҙың исемдәре яҙылған плиталар ҡуйыла, шулай уҡ исемлекте тулыландырыу һәм хаталаҙы төҙәтеү буйынса эштәр үткәрелә.
- Чернухино ауылы музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһындағы мәғлүмәттәр һаҡлана[8].
- 2018 йылда эҙләнеүселәр Башҡорт кавдивизияһы рейдтан йырып сыҡҡан урында һәм генерал-майор Миңлеғәле шайморатов һәләк булған ерҙә эҙләнеү эштәрен үткәрҙе.[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Про зміни в адміністративно-територіальному устрої Луганської області
- ↑ Про затвердження переліку населених пунктів, на території … | від 07.11.2014 № 1085-р
- ↑ Чернухино — Яндекс. Карты
- ↑ Контролируется Луганской Народной Республикой
- ↑ Контролируется Донецкой Народной Республикой
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Чернухино // Украинская Советская Энциклопедия. том 12. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1985. стр.233
- ↑ Чернухино // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 В Луганской республике окончательно восстановили мемориал воинам 112-й Башкирской кавалерийской дивизии
- ↑ Бой за Чернухино: армия Новороссии штурмует позиции врага (ВИДЕО) | Русская весна
- ↑ МОЛНИЯ: Идут бои, украинская армия отброшена на 4 км в районе Чернухино, — генерал ВСУ | Русская весна
- ↑ Чисельність наявного населення України на 1 січня 2013 року. Державна служба статистики України. Київ, 2013. стор.77 2013 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Вести. Ru: Власти ЛНР пытаются вывезти мирных жителей из поселка Чернухино
- ↑ Чернухино // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 29. М., «Советская энциклопедия», 1978. стр.106
- ↑ Блог Дениса Казанского | Как выглядит «спасенное от украинцев» Чернухино спустя 4 года после боев 2020 йыл 29 февраль архивланған.
- ↑ Чернухинский постапокалипсис — Colonel Cassad