Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы
Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 май 1904 |
Тыуған урыны | Ибраһим, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 март 1945 (40 йәш) |
Вафат булған урыны | Германия |
Ерләнгән урыны | Германия |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғиззәтуллин Ғөбәйҙулла Абдулла улы Рәсәй империяһы Ибраһим (хәҙерге Шишмә районы) (1904 йылдың 5 майы, — 1945 йылдың 15 марты Устфав, Германия. Совет һалдаты. Гвардия сержанты. Үҙәк фронттың 61-се армияһы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 60-сы гвардия кавалерия полкының отделение командиры, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 78 яугиренең береһе[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы 1904 йылдың 5 майында Шишмә районы Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемле. 1938 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Шишмә районы «Өршәк» совхозында трактор бригадаһы бригадиры булып эшләгән[2].
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына Шишмә район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың майында саҡырыла. 1942 йылдың декабренән башлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2]
60-сы гвардия кавалерия полкы отделение командиры (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы), гвардия сержанты А. Ғ. Ғиззәтуллин немец илбаҫарҙары менән алышта иҫ киткес батырлыҡ күрһәткән[2].
1943 йылдың 20 сентябрендә Гомель өлкәһе Лопатино ауылы өсөн барған алыштарҙа А. Ғ. Ғиззәтуллин дошмандың ике танкы һәм пехотаһы контратакаһын кире ҡаға, һәм артабанғы яуҙа үҙенең отделениеһы менән беҙҙең частарҙың алға барыуына ҡамасаулаған дошмандың пулемёт нөктәһен баҫа[2].
1943 йылдың 28 сентябрендә дошман артиллерия һәм пулемёт уты аҫтында А. Ғ. Ғиззәтуллин эскадронда беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының көнбайыш ярына сыға.йылдары Гомель өлкәһе Брагин районы Галки ауылы янында плацдармды ҡулда тотоу өсөн ьарпған аяуһыҙ һуғыштарҙа ул шәхсән дошмандың 2 пулемётын юҡ итә һәм полктың башҡа подразделениеларына йылға аша уңышлы сығырға[2] мөмкинлек бирә. Ауыр яраланғандан һуң, һуғыш яланын ташлап китмәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуары Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия сержанты Абдулла Ғөбәйҙулла Ғиззәтуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4].
А. Ғ. Ғиззәтуллин, госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, тағы фронтҡа китә, әммә үҙ часына эләгә алмай, истребитель танкыға ҡаршы артиллерия полкының орудие расчёты командиры була.
1945 йылдың 15 мартында, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгәнен ишетмәгән көйө, һәләк була. Устфав ҡалаһында (Германия)[2] ерләнгән. Геройҙың ҡәберенең ҡайҙа урынлашыуы һәм нисек һаҡланыуы тураһында бер нимә лә билдәле түгел[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда геройҙың исемен ҡәҙерләп иҫкә алалар. Шишмәлә бер урам уның исемен йөрөтә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында уның да исеме алтын хәрефтәр менән уйылған. Тыуған ауылындағы мәктәп Герой исемен йөрөтә (Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль районының Ибраһим ауылының Абдулла Ғиззәтуллин исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Сегодня исполняется 105 лет со дня рождения Героя Советского Союза Абдуллы Гизатуллина — башинформ.рф — Новости новой Башкирии.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республиканский музей Боевой славы — Гизатуллин Абдулла Губайдуллович 2018 йыл 23 февраль архивланған..
- Юрий Узиков. Не узнал Герой о награде//БАШвестЪ. 05.05.08(недоступная ссылка).
- 5 майҙа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Өфө өйәҙендә тыуғандар
- 15 мартта вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Германияла вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Германияла ерләнгәндәр
- Шишмә районында тыуғандар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы