Әхмәтов Роберт Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Роберт Сәлим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Яҫҡайын, Суйынсы ауыл Советы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты

Әхмәтов Роберт Сәлим улы - (рус. Ахметов Роберт Салимович - 5 мая 1941 йыл) - Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш халыҡ депутаты [1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роберт Сәлим улы Әхмәтов 1941 йылдың 5 майында БАССР-ҙың Дәүләкән районы Яҫҡайын ҡасабаһында тыуған.

Суйынсы урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1958-1960 йылдарҙа Салауат ҡалаһында слесарь-инструментальщик булып эшләй.

1960-1963 йылдарҙа сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Армия хеҙмәтен тамамлағандан һуң, 1963 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә һәм уны 1969 йылда тамамлап сыға.

1969-1974 йылдарҙа республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Кушнаренко үҙәк район больницаһында хирург булып эшләй.

1974-1976 йылдарҙа БДМИ-ның госпиталь хирургияһы кафедраһы ҡарамағындағы клиник ординатураһында уҡый.

1976-1980 йылдарҙа 6-сы ҡала клиник больницаһында йөрәк хирургияһы бүлексәһендә кардиохирург булып эшләй.

1980-2002 йылдарҙа 15-се ҡала клиник больницаһында баш табип.

2002 йылдан башлап 50-се Өфө ҡала поликлиникаһында хирург булып эшләй. Поликлиника ветерандар советы рәйесе булып тора. «Медик» ветерандар һәм пенсионерҙар советы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • «Дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа отличие өсөн» миҙалы
  • "Фашистик германияны еңеү көнөнөң 25 йыллығы" миҙалы [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 13.
  2. Ахметов Роберт Салимович(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 13

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахметов Роберт Салимович(недоступная ссылка)