Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы
Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы | |
Гражданлыҡ |
СССР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 5 май 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы (5 май 1941 йыл), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1960—2016 йылдарҙа Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының табип-акушеры һәм гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 1941 йылдың 5 майында тыуған. 1960 йылда Белорет медицина училищеһын, 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы 1960—1962 йылдарҙа Мәһәҙей ауылында фельдшер булып эш башлай. 1969 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Бөрйән район үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984)
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974)
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981)
- Бөрйән районы Почетлы гражданы (2020)
- Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы (2018)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кулдавлетова Хадиса Халфитдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 301. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.