Байдин Николай Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байдин Николай Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Гамицы[d], Уҫы өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Байдин Николай Анатольевич (5 май 1919 йыл — 7 июль 1993 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1946—1959 йылдарҙа Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Анатольевич Байдин 1919 йылдың 5 майында Пермь губернаһы Уҫы өйәҙенең Гамица ауылында (хәҙерге Пермь крайының Уҫы районы) тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда колхозсы булып башлай, аҙаҡтан Уҫы районының сауҙа селтәрендә төрлө эштәрҙә йөрөй. 1937—1943 йылдарҙа—электросварщик өйрәнсеге, Серго Орджоникидзе исемендәге Пермь заводында электросварщик, 1943—1946 йылдарҙа — Әстерхан һәм Һарытау ҡалаларының төҙөлөш ойошмаһында электросварщик булып эшләй. 1946 йылдан башлап Өфө «Нефтепроводмонтаж» тресының 74-се һанлы төҙөлөш-монтаж идаралығында электросварщик булып эшләй.

Һуғыш йылдарында Әстерхандан Һарытауға нефть үткәргес төҙөй.

Һуңынан «ҺарытауМәскәү» газ үткәргесе төҙөүҙә ҡатнаша, «ТуймазыӨфө» нефть үткәргесендә торбаларҙы иретеп йәбештерә. «Шкапово—Ишембай» нефть үткәргесе һәм «Шкапово—Магнитогорск» газ үткәргесе төҙөй, «Бохара—Урал» газ трассаһын төҙөүҙә ҡатнаша.

Төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 9 авгусындағы указы мнән, Н. А. Байдинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1959—1987 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» тресы иретеп йәбештереүселәренең торбаларҙы электр дуғаһы менән иретеп йәбештереү буйынса производство мастеры булып эшләй.

1993 йылдың 7 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
  • Ленин ордены (1948, 1958),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943),
  • Миҙалдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]