Зайцев Геннадий Александрович
Зайцев Геннадий Александрович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Иглин районы Макарьевка утары |
Вафат булған көнө |
18 февраль 1998 (60 йәш) |
Вафат булған урыны |
Иглин ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
шағир |
Зайцев Геннадий Александрович (5 май 1937 йыл — 18 февраль 1998 йыл) — журналист һәм шағир. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы [1]. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Александрович Зайцев 1937 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ының Иглин районы Макарьевка утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте Иглин ауылында тамамлай, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
Бөтә ғүмере Иглин районы менән бәйле була: башта умартасы ярҙамсыһы, Охлебин ауылы мәҙәниәт йортонда мөдир, Иглин район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй.
«Свет Октября» район гәзитендә уның шиғырҙары баҫылып сыға. Тәүге шиғырҙары Силәбе өлкәһенең «Стальная искра» гәзитендә 1956 йылда донъя күрә. 1967 йылдан район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып, артабан, 1971 йылдан — редакцияның хаттар бүлеге мөдире. 1975—1980 йылдарҙа — Өфөлә Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә эшләй, нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһын етәкләй.
1983—1986 йылдарҙа Иглин районында «Свет Октября» гәзите мөхәррире, һуңынан «Иглинские новости» гәзите редакцияһының радиотапшырыу бүлеге һәм социаль-иҡтисад бүлеге мөдире була[2].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылдарҙа Геннадий Зайцевтың шиғырҙары республика матбуғатында баҫыла башлай. Беренсе шиғырҙары «Костры» (1964), «Комсомол — горячая планета» (1968), «Волны» (1972 һәм 1974) коллектив йыйынтыҡтарында сыға. Үҙаллы шиғри йыйынтығы «Зерна» исеме аҫтында 1977 йылда Башҡорт китап нәшриәтендә нәшер ителә. Артабанғы йылдарҙа — «Самый лучший месяц», «Светлый август», «Гнездышко в траве» йыйынтыҡтары баҫылып сыға[3].
Геннадий Зайцевтың шиғриәтенә крәҫтиән төплөлөк, үткер күҙәтеүсәнлек, айырым ваҡиғаларҙы оҫта берләштереү хас була, күҙгә күренгән ябайлыҡ артында тәрән фәлсәфә ята. Ул күпселегендә крәҫтиән тормошо, ер, яҡташтары тураһында яҙа.
СССР Яҙыусылар союзы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзына инә. Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылары секцияһының әүҙем ағзаһы була[3].
Геннадий Зайцевтың исеме Башҡортостандың Иглин районы Иглин ауылында бер урамға бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://bash-portal.ru/news/newsliteratura/4462-spisok-prinyatyh-chlenov-soyuza-pisateley-s-1990-goda-po-2005-god.html 2014 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/458429-ego-budet-vechno-pomnit-iglinskaya-zemlya-k-75-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-poeta-i-zhurnalista-gennadiya-zaytseva/
- ↑ 3,0 3,1 http://bp01.ru/public.php?public=2456(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1] Его будет вечно помнить иглинская земля.
- [2](недоступная ссылка) Он прозвучал однажды и навеки…
- [3] 2014 йыл 11 апрель архивланған. Список принятых членов Союза писателей