Водевиль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лондон «Водевиль» театры, Вест-Энд.

Водеви́ль (франц. vaudeville) — комедия жанрының музыкаль номерҙарҙы (таҡмаҡтар, романстар һәм бейеүҙәр) эсенә алған бер төрө. Водевилгә күңелле сюжет, ҡыҙыҡлы интрига, юмор хас.

Исеме XVII быуатта ике йыр жанрын ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән.

XV быуат аҙағында val de Vire —«Вир үҙәне» (ВирНормандиялағы йылға) тигән музыкаль жанр барлыҡҡа килә. Уларҙы халыҡсан шағирҙар — Басселен Оливье һәм Ле-Гу ижад итә. Былар бер тауышҡа йырлана торған урындағы норман йырҙары була.

XVI быуатта Нормандия сиктәрендә танылыу яулай.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]