Эстәлеккә күсергә

Бөрйән район үҙәк дауаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бөрйән үҙәк район дауаханаһы битенән йүнәлтелде)
Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы
Урынлашыуы

Иҫке Собханғол

Нигеҙләнеү датаһы

1928 йыл

Характеристикалар
Участкалар

Байназар амбулаторияһы, 26 фельдшерлыҡ пункты

Хеҙмәткәрҙәр

274

   Табиптар

38 (2022)

   Среднего
   медперсонала

143 (2022)

Койкомест

52

Координаттары

Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы (рус. Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республики Башкортостан «Бурзянская ЦРБ», «Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы» Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан медицина учреждениеһы.

Район халҡына беренсел, амбулатор, стационар медицина ярҙамы күрһәтеү; ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм кәметеү буйынса иҫкәртеү саралары, халыҡты диспансерлаштырыу, эпидемиологияға ҡаршы саралар үткәреү; сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса саралар ойоштороу, үткәреү һәм башҡа хеҙмәттәр менән шөғөлләнә. Дөйөм алғанда 70 төр медицина ярҙамы күрһәтә. Терапевт, паллиатив, акушер, педиатр бүлектәре, көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһе стационары эшләй.

Район дауаханаһы составына поликлиника, Байназар амбулаторияһы, 26 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм бер күсмә ФАП инә.

1927 йылда Иҫке Мөсәт ауылындағы фельдшерлыҡ пункты Иҫке Собханғол ауылына күсерелә һәм 1928 йылда уның базаһында 7 койка урынлыҡ дауахана асыла. 1932 йылдан район дауаханаһы тип атала башлай.

Үҙәк район дауаханаһы эшмәкәрлегенә табиптар Н. Урмантаева, Г. Ҡарағужина, хирург Г. Н. Кацерик[1], хирург Р. Х. Вәлиуллин[2], психиатр Исхаҡов Н. С., гинеколог Ҡолдәүләтова Х. Х., педиатр Р. Ғ. Иҡсанова[3], терапевт Л. З. Сәфәрғәлина[4], һ.б., шәфҡәт туташы С. С. Баһауетдинова[5] ҙур өлөш индерә.

Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улына мемориаль таҡтаташ

Бөрйән үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгән Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы[6] һәм Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы[7] иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла һәм Бөрйән үҙәк район дауаханаһы алдындағы фасадта ҡуйыла.

  • А. И. Леонов (1927 йылдан)
  • Г. М. Лукьянов (1928 йылдан)
  • Р. А. Михайлицина (1930 йылдан)
  • Алиева (1940 йылдан)
  • Н. А. Астахова
  • П. И. Пушкарев
  • М. А. Царев (1956 йылдан)
  • Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы (1959 йылдан)
  • У. А. Ҡаһарманов[8] (1990 йылдан)
  • Ф. Ф. Мырҙағолов (1995 йылдан)
  • Д. Р. Вәлиуллин[9] (1999 йылдан)
  • Ғәбитов Наил Исмәғил улы[10] (2005 йылдан)
  • У. М. Хәбибуллин (2013 йылдан)
  • И. Ф. Фәтҡуллин[11] (2017 йылдан)
  1. Кацерик Георгий Иванович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 266. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Валиуллин Рахимьян Хамматович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 144. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Ихсанова Резеда Гиматовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 238. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  4. Сафаргалина Ляля Зайнетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 464. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  5. Багаутдинова Сайда Сайфетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 78. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  6. Открытие мемориальных досок в память врачей Валиуллина Р. Х. и Исхакова Н. С.
  7. Состоялось открытие мемориальных досок Заслуженным врачам Башкирской АССР 2022 йыл 1 март архивланған.
  8. Кагарманов Усман Абдулхакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 252. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  9. Валиуллин Даньяр Рахимьянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 143. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  10. Габитов Наиль Исмагилович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 161. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  11. Фаткуллин Ильмир Фанилович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 532. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.