Эстәлеккә күсергә

Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө хирург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы (17 сентябрь 1935 йыл9 февраль 2010 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-хирург. 19622009 йылдарҙа Бөрйән район үҙәк дауаханаһы хирургы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1990), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1972).

Рәхимйән Хаммат улы Вәлиуллин 1935 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1962 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлағандан һуң, тыуған Бөрйән районына хирург булып килә һәм 47 йыл дауамында хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөрйән үҙәк район дауаханаһына арнай[1]. 1963 йылдан — баш табип урынбаҫары, 1999 йылдан — хирургия бүлеге мөдире. Райондың ауыр шарттарында эшләгәндә, ул хирургик ярҙамды заманса талаптар кимәленә еткереү өсөн күп көс һала. Районда тәүге тапҡыр гемотрансфузия индерә, бушлай донорлыҡты үҫтереүгә башланғыс һала. Күп йылдар дауамында районда берҙән-бер хирург булараҡ, уға был фәндең бөтә йүнәлештәрендә хирургик ярҙам күрһәтергә тура килә. Тораҡ пункттарҙың алыҫлығын һәм юлһыҙлығын иҫәпкә алып, уға йыш ҡына операция эштәрен фельдшер-акушерлыҡ пункттарында башҡарырға тура килә, ләкин быға ҡарамаҫтан Р. Х. Вәлиуллин хирургияла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Эшләгән осоронда ул 30 меңдән ашыу операция яһай.

2010 йылдың 9 февралендә вафат була, Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фиҙаҡәр хеҙмәте хөкүмәт наградалары менән билдәләнә: 1966 йылда — «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы, 1970 йылда «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1972 йылда «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә, 1990 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улына мемориаль таҡтаташ

2019 йылдың 8 февралендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында ғүмерен кешеләргә хеҙмәт итеүгә һәм уларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға арнаған күренекле табип Вәлиуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә[3].

М.А.Кутлугалямов. Выше гор - только люди / А.М.Сулейманов, Г.Д.Иргалин, М.А.Кутлугалямов;. — Уфа.: Слово, 2005. — С. 161. — 246 с.