Фекерләшеү:Бөрйән район үҙәк дауаханаһы
Уҡыу көйләүҙәре
- Мәҡәлә исеме «Бөрйән үҙәк район дауаханаһы» - урыҫса «Бурзянская центральная районная больница» - был туранан-тура калька. «үҙәк район дауаханаһы» тигән һүҙбәйләнештең йәшәүгә хоҡуғы бик тә икеле, сөнки район үҙәк түгел, ә дауахана - үҙәк. Шулай булғас, минеңсә, дөрөҫ тәржемә: «Бөрйән район(ы) үҙәк дауаханаһы».--Айсар (әңгәмә) 09:57, 12 май 2023 (UTC)
- Йәйәләр менән башлыҡ бик матур түгел. Йәйәләрҙән ҡотолорға мөмкинме? ZUFAr (әңгәмә) 04:29, 19 июль 2023 (UTC)
- ZUFAr, Айсар дөрөҫ төҙәтте, тик (ы) кәрәкмәй. «Бөрйән район үҙәк дауаханаһы», «Дәүләкән район үҙәк дауаханаһы» һ.б. Матбуғат биттәрендә лә шулай яҙыла. ( мәҫәлән,[1] Баныу (әңгәмә) 05:25, 19 июль 2023 (UTC)
- Ул төҙәтеү әҙерәк баш эшләтеүҙе лә күҙ уңында тотҡайны, ә туранан-тура күсереүҙе генә түгел, сөнки һүҙбәйләнеште ике төрлө итеп тә ҡулланырға була, дөйөм мәғәнә үҙгәрмәй: Бөрйән район үҙәк дауаханаһы йәки Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы. --Айсар (әңгәмә) 12:20, 19 июль 2023 (UTC)