Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы
Тыуған көнө:

21 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшләгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

фән докторы (1999)

Ғилми исеме:

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2010)

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Билдәләлек алған:

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы

Награда һәм премиялары


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхәт Ғәзизйән улы Мостафин[1] 1957 йылдың 21 ғинуарында БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған.

1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң тыуған ауылы мәктәбендә эшләй.

19801985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр була. 19851999 йылдарҙа — инженер, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында кесе, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр була (РФА БФҮ органик химия институты); органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре.

19992000 йылдарҙа Әхәт Мостафин Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры.

20002002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

20022004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары.

2004 йылда — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003),

2009 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, 2010 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты ректоры.

Мостафиндың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһе: ароматлы аминдар рәтендә региоспецифик алмаштырыу, биологик актив азотлы гетероциклик системалар һәм нуклеозидтарҙың йүнәлешле синтезы. Уның етәкселегендә ароматлы аминдарҙы — азотлы пестицидтарҙы һәм фармакологик препараттарҙы синтезлау өсөн төп матдәләрҙе алкенилирлауҙың стереоспецифик ысулдары эшләнә. Ул аминдар төркөмөнә ҡараған продукттарҙы гетероцикллауҙың яңы йүнәлештәре һәм алыуы ауыр булған гетероциклик системаларҙы, шул иҫәптән шешкә ҡаршы алкалоид эллиптицин синтезлауҙың үҙенсәлекле ысулдары тәҡдим ителә.

2013 йылдың 28 мартында министрлыҡ тарафынан сәбәптәрен аңлатмайынса ректор вазифаһынан бушатыла.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостафиндың уҡыусылар араһында 6 фән кандидаты бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 16 уйлап табыу авторы.

  • Особенности высокотемпературной ползучести безобжиговых керамических материалов. М.: Химия, 2005 (соавтор).
  • Пирофиллит и материалы на его основе. М.: Наука, 2006 (соавтор).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 3: З-К. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]