Янбаев Юлай Әғләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлай Янбаев
Янбаев Юлай Әғләм улы
Тыуған көнө

21 ғинуар 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Наурыҙ ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

биология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

доцент

Янбаев Юлай Әғләм улы (21 ғинуар 1962 йыл) — ғалим-биолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай Әғләм улы Янбаев 1962 йылдың 21 ғинурында Учалы районының Наурыҙ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта белемде Илсе, Иманғол мәктәптәрендә ала.

1979—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын «ҡыҙыл дипломға» тамамлай, СССР Фәндәр Академияһының биология филиалында аспирантурала уҡый, 1986—1987 йылдарҙа Биология үҙәгендә стажировка үтә.

1989 йылда Минск ҡалаһында генетика фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1987—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаботория мөдире.

2001—2007 йылдарҙа Янбаев Ю.Ә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ғилми тикшеренеү секторы етәксеһе, фән эштәре буйынса институт директоры урынбаҫары булып эшләй.

Юлай Әғләм улы — биология фәндәре докторы, 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, 3 монографяһы сит илдәрҙә баҫылған.

Әлеге мәлдә Янбаев Юлай Әғләм улы Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алтын бишегем — Учалы: Ҡала һәм райондың ҡыҫҡаса энциклопедияһы. — ӨфӨ: Китап, 2003. — 264 бит, илл