Эстәлеккә күсергә

Учалы филармонияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Учалы филармонияһы
Нигеҙләү датаһы ноябрь 2000
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Учалы

Учалы филармонияһы (2000 йылдың ноябре) — муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы.

Учалы филармонияһы 2000 йылдың ноябрендә асыла. Филармонияның 2000 йылда хореограф Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы, ә 2005—2006 йылдарҙа хореограф Амантаева Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы етәкләгән тәүге ижади коллективы — «Уралтау» бейеү ансамбле.

Шулай уҡ Р. Р. Ғабдуллин етәкселегендәге халыҡ музыка ҡоралдары оркестры эшләй.

Концерттарҙа вокалсы солистар Ғ. Ә. Батыршин, С. Б. Исламова, К. М. Ишбулдин, Л. Ф. Ҡужагилдина, Р. Ә. Мәхмүтова, И. С. Юламанов һ.б. сығыш яһай.

2005 йылда Учалы филармонияһы составына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Э. Д. Әхмәтова, И. С. Тайсин, Р. П. Туйсин, И. С. Усманов, Н. М. Шәмсетдинов, М. Ғ. Яхина инә.

2007 йылда «Алтын Ай» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторола, төрлө йылдарҙа был коллективты Л. Н. Байышева, Ғ. Ғ. Мусина, Ғ. Ғ. Хилажев етәкләй.

Һуңғараҡ солистар Е. Л. Евдокимов, И. Р. Жамалов, Р. Ә. Ишкилдин, В. Р. Моратшин, З. Усманова, Г. Н. Хилажева эш башлай.

Учалы филармонияһы Рәсәй буйлап һәм сит илдәргә гастроль сәфәренә сыға. Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә, балалар фестиваль-конкурстарында ҡатнаша.

Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре ҡатнашыусыһы:

2004 йыл — Сент ҡалаһында (Франция),

2004 йыл — «Вале де Мена» (Испания)

2007 йыл — «Стокгольм каникулдары» фестиваль-конкурсы (Швеция),

2008 йыл — «Зәңгәр ҡош» («Голубая птица») фестиваль-конкурсы (Италия)

Учалы филармонияһы составында:

— Г. С. Сөләймәнова етәкләгән «Уралтау» бейеү ансамбле

- Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы нигеҙ һалған «Хазина» фольклор ансамбле

— А. А. һәм Ф. Ғ. Буранбаевтар, Ғ. Ғ. Кәримова етәкләгән «Алтын Ай» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле

— «Илһам» бал бейеүҙәре студияһы (Н. И. Зырянова)

— «Йырлаусы йөрәктәр» («Поющие сердца») ветерандарҙың халыҡ хоры (Л. А. Тамарова)

— Урыҫ халыҡ йырҙары хоры (И. Л. Трушкова),

— Кудрявая Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы башланғысында барлыҡҡа килгән «Хазина» фольклор ансамбле

— Д. М. Фәйезов етәкләгән тынлы оркестр эшләй.

— «Уралтау» балалар вокаль-хореография студияһы[1]

Учалы филармонияһының художество етәкселәре:

Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы (2000 йылдан), Г. М. Фәзуллин (2002 йылдан), Мәхмүтова (2009 йылдан)

Директорҙары:

А. А. Хужин (2000 йылдан), БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. М. Заһиҙуллина (2001 йылдан), Ж. Ш. Солтанов (2011 йылдан), Э. Т. Ғибаева (2012 йылдан), Хилажев (2013 йылдан), Сөләймәнова (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) (2016 йылдан), А. М. Мөхәмәтйәров (2017 йылдан)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Рәсәй сәскәләре. Аҡ төндәр» (С.-Петербург, 2009) Халыҡ-ара цирк һәм эстрада сәнғәте фестиваль-конкурсында Гран-при
  • Республика филармониялары фестивале дипломанты (Өфө, 2008)