Эстәлеккә күсергә

Милек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Милек

  1. Иҡтисади категория — милек объектының уның менән эш итеүгә, уға эйә булыуға һәм файҙаланыуға вәкәләтле субъекттыҡы икәнлеген тасуирлаусы тарихи үҫештәге ижтимағи мөнәсәбәттәр.  Субъекттыҡы (милексенеке) булған әйберҙәр тупланмаһы был кешенең мөлкәте булып тора, шунлыҡтан милек мөнәсәбәттәре мөлкәт мөнәсәбәттәре тип тә атала [1].
  2. Юридик категория — хоҡуҡ субъектының үҙ мөлкәтенә ҡарата эйә була алған иң тулы хоҡуҡтар йыйылмаһы [2]. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Граждан кодексы милектең һәр төрлө формаһын таный һәм гарантиялай[3], шул уҡ ваҡытта өс форма норматив нығытылған: дәүләт (федераль һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының), муниципаль һәм хосуси милек [4].
  3. Граждан-хоҡуҡи институт — иҡтисади милек мөнәсәбәттәрен граждан хоҡуҡиәте ысулдары менән көйләүгә йүнәлтелгән юридик нормалар тупланмаһы.
  4. Мөлкәт — милек объектының үҙе, кемдең дә булһа милке  булып торған мөлкәт[5][6].

Милек хоҡуғы —  әйберҙәрҙең айырым кешеләрҙеке һәм коллективтарҙыҡы булыуын нығытыусы хоҡуҡи нормалар тупланмаһы. 

Рәсәй граждан хоҡуҡиәтендә субъектив милек хоҡуғы өс хоҡуҡтың — эйә булыуға, файҙаланыуға, эш итеүгә хоҡуҡлылыҡтың  — берлеге тип ҡарала.[7]

Милек хоҡуғына эйә булыу нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милек хоҡуғына эйә булыу нигеҙҙәре беренселгә  (милек хоҡуғы тәүләп барлыҡҡа килә) һәм икенселгә бүленә. Милек хоҡуғы түбәндәге осраҡтарҙа барлыҡҡа килә:

  • әйберҙе уның хужаһы үҙенең йә хужаһыҙ материалдарҙан әҙерләһә; 
  • үҙ мөлкәтен файҙаланһа (емеш, продукция, килемдәр);
  • килешеү буйынса мөлкәт алынһа (һатыу-һатып алыу, алмашыу, бүләк итеү);
  • мираҫҡа алыу йә хоҡуҡ мираҫы булыу һөҙөмтәһендә; 
  • хужаһыҙ әйберҙе беренсе булып табыу хоҡуғы буйынса (табылдыҡ, хазина); 
  • оҙаҡ ваҡыт эйә булыу хоҡуғы буйынса. 

Күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғы был мөлкәтте теркәткәндән һуң барлыҡҡа килә. 

Милек хоҡуғын туҡтатыу нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милек хоҡуғы мөлкәт башҡа кешегә күскәндә, милексе үҙ мөлкәтенән баш тартҡанда, мөлкәт һәләк булғанда йә юҡ ителгәндә туҡтатыла.  

Ҡануниәт айырым осраҡтарҙа милек хоҡуғын мәжбүри туҡтатыуҙы ла күҙҙә тота. Бындай осраҡтарға милексенең бурыстарын ҡаплатыу, национализациялау, конфискациялау, реквизитлау, ер участкаһын дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарға мәжбүри һатып алыу, ҡануниәтте боҙоп файҙаланылған ер участкаһын тартып алыу, хужалыҡһыҙ тотолған мәҙәни ҡиммәттәрҙе һәм тейешенсә аҫралмаған йорт хайуандарын мәжбүри һатып алыу инә. 

Дәүләт милке йәки муниципаль милек һатып та, бушлай хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә лә тапшырыла ала. 

Милек хоҡуғын яҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы (17-се статья) һәр кешенең үҙе генә лә, башҡалар менән бергәләп тә мөлкәткә эйә була алыу хоҡуғын күҙаллай, ләкин бер кем дә мәлкәтенән мәхрүм ителергә тейеш түгел. Шуның менән милек хоҡуғы төп кеше хоҡуҡтары иҫәбенә индерелә. 

Милек хоҡуғын юридик яҡлау граждан хоҡуҡиәтенең төп бурыстарының береһе булып тора. Милек хоҡуғын граждан хоҡуҡиәте яҡлауы судтар аша тормошҡа ашырыла. 

Бынан тыш, милеккә ҡаршы енәйәттәргә  (урлау, талау, баҫып алыу, мутлашыу, үҙләштереү, туҙҙырыу, көслөк менән алыу) ҡарата хөкөм язалары ҡулланыла. 

Милексе үҙ милкен енәйәтсел тамшаныуҙарҙан йоҙаҡ, сейф, кәртә, һаҡ сигнализацияһы, һаҡсылар (ҡарауылсылар) ҡулланып үҙе һаҡларға хоҡуҡлы.

Милек субъекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Милек субъекты Милек төрө
кеше йә йорт хужалығы шәхси йә хосуси милек
кешеләр төркөмө коллектив, кооператив, акционер, дәүләт йәки йәмәғәт милке
башҡа сакраль (аллаға бағышланған) милек[8]


СССР-ҙа кешенең кешене эксплуатациялауына юл ҡуймау маҡсатында етештереү саралары шәхси милектә була алманы. 

Милек хоҡуғы субъекты булараҡ физик шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик шәхестең милек хоҡуғы закон буйынса сикләнергә мөмкин  (наркотик саралар әйләнеше, ҡорал һ.б.). Милек хоҡуҡтары күләме шулай уҡ кешенең хоҡуҡи һәләтлелегенә (йәш сикләүе, психик ауырыуҙар) һәм субъект хоҡуғына ла (граждан, сит ил гражданы булыу йә гражданлығы булмау) бәйле. Тик физик шәхестәр генә мөлкәтен васыят буйынса тапшыра ала. 

Милек хоҡуғы субъекты булараҡ юридик шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юридик шәхестәр коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма булырға мөмкин. Юридик шәхестәрҙең хоҡуҡ үҙенсәлектәре:

  • юридик шәхестәр үҙ аллы үҙ мөлкәтенең милексеһе булып тора. Үҙ мөлкәтен устав фондын (капиталын) формалаштырыу өсөн тапшырған ойоштороусылар бындай юридик шәхескә ҡарата тик  корпоратив хоҡуҡҡа ғына эйә була, йәғни уның мөлкәтенә ҡарата милек хоҡуғына эйә булмай. Ә дини һәм йәмәғәт ойошмалары менән бәйле осраҡтарҙа ойоштороусыларҙың хатта корпоратив хоҡуҡтары ла булмай.
  • юридик шәхестәр үҙҙәренең вәкәләттәрен үҙ органдары, шул иҫәптән директор аша тормошҡа ашыра.
  • юридик шәхестең һәм уның органдарының хоҡуҡтары, ҡануниәттән тыш, ойоштороу документтары менән дә көйләнә. 

Коммерция ойошмаларының үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коммерция ойошмаһы ҡатнашыусылары түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:

  • Дивидендтар рәүешендә табыштың бер өлөшөн алырға;
  • контроллек итергә  һәм идара итергә, шул иҫәптән юридик шәхестең һайланма һәм вәкиллекле органдары аша.  

Етештереү һәм ҡулланыу кооперативтарының үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кооператив ҡатнашыусылары кооперативтың бурыстары буйынса яуаплы.
  • Кооперативтар союзға берләшкән осраҡта, улар барыбер үҙ аллы милек хоҡуғын һаҡлап ҡала. 

Хеҙмәт продукттары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта ҡиммәттәре, аҡса, башҡа төр күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәт милек объекты булып тора.[9] Объекттар:

  • матди;
  • матди булмаған;
    • интеллектуаль милек
    • һауа, һыу һәм йыһан киңлеге.

Милек хоҡуҡтарының йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милек хоҡуҡтарының йөкмәткеһе ике төшөнсәне эсенә ала — субъектив милек хоҡуғы һәм объектив милек хоҡуғы.

Объектив милек хоҡуғы — статик хәлдәге милектең мөнәсәбәттәрен көйләүсе бөтә нормалар тупланмаһы. Субъектив хоҡуҡ — милексе эйә булған хоҡуҡтар йөкмәткеһе. 


Субъектив милек хоҡуғының йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милек хоҡуғы түбәндәгеләргә хоҡуҡлы итә:

  • биләү (ғәмәли эйә булыу)
  • эш итеү (милектең  юридик яҙмышын билдәләү)
  • файҙаланыу (тотоноу).
  1. Собственность.
  2. Гражданское право. Учебник / В. П. Мозолин, А. И. Масляев. — М.: Юристъ, 2007. — Т. I. — С. 362. — 719 с.
  3. Ҡалып:КРФ, ст. 9
  4. Ҡалып:КРФ, ст. 8
  5. Собственность // Большой юридический словарь 2009 йыл 18 февраль архивланған.
  6. Ожегов С.И. Словарь русского языка. Собственность 2007 йыл 21 октябрь архивланған. М., «Русский язык», 1990
  7. Гражданское право: учебник. Том 1. Под ред. Е.А. Суханова. См., однако: Зайков А.В. Конструкция собственности в римском праве и проблема расщепления собственности // Вестник Гуманитарного университета. Серия: Право. Екатеринбург, 1999. № 1 (2). С. 33—42.
  8. Институции Гая, том 2, п. 3,4
  9. ГОСТ 51303-2013.