Дивиденд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дивиде́нд (лат. dividendum — бүленә торған нәмә) —  акционерҙар йәмғиәтенең йә башҡа хужалыҡ итеүсе субъекттың акционерҙар, ҡатнашыусылар араһында акцияларына, өлөштәренә ярашлы бүленә торған табыш өлөшө. 

Дивидендтар түләү дәүмәле һәм тәртибе акционерҙар, ҡатнашыусылар йыйылышы, акционерҙар йә башҡа йәмғиәттең уставы менән билдәләнә.  

Дивидендтар йылына бер нисә тапҡыр түләнә ала йә бөтөнләй түләнмәүе лә ихтимал.  Дивиденд түләү капиталлашыуҙы кәметә һәм ҡайтанан инвестициялауға һалына алмай торған йә унан тартып алынған тупланмалар булыуын талап итә. Финанс йылы тамамланғансы түләнгән дивидендтар аралыҡтағы йәки  алдан бирелә торған дивиденд (ингл. interim dividend) тип атала. Финанс йылы тамамланғас, финал дивидендтары (ингл. final dividend) түләнә.

Ғәҙәттә дивидендтар аҡсалата түләнә. Ундай дивидендтарҙы аҡса дивидендтары (ингл. cash dividend) тиҙәр.  Дивидендтар акционерҙар йәмғиәтенең  акциялары (ингл. stock dividend) йә башҡа төр мөлкәте менән дә түләнергә мөмкин.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында[1] дивиденд төшөнсәһе түбәндәгесә бирелгән, унда тик физик шәхестәр алған дивидендтар ғына телгә алына:

43-сө статья. Дивидендтар һәм проценттар 1. Дивиденд тип акционер (ҡатнашыусы) тарафынан ойошма һалымдарҙы  (шул иҫәптән өҫтөнлөклө акциялар буйынса проценттарҙы)  түләгәндән һуң ҡалған килемде акционерҙың (ҡатнашыусының) был ойошманың устав (йыйылма) капиталындағы акцияларына (өлөштәренә)  нисбәтле бүлгәндән һуң алынған килем таныла.

Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан алынған һәм сит ил дәүләттәренең ҡануниәте менән дивидендтарға индерелгән бөтә төр килемдәр шулай уҡ дивидендтарға индерелә.

Ойошмалар эшмәкәрлегендә өлөшләтә ҡатнашыуҙан дивиденд рәүешендә алынған килемгә һалым ставкаһы Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 224-се статьяһында бирелгән[2]. 2015 йылға тиклем ул Рәсәй Федерацияһы резиденттары булып торған физик шәхестәр өсөн 9 процент, резидент булмағандар өсөн 15 процент  була. Рәсәй Федерацияһы резиденттары тарафынан 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап алынған килемдәр  һалым ставкаһы 13 процент тәшкил итә, был хизик шәхестәрҙең килемдәренә һалыныусы Рәсәй һалымының төп ставкаһына тиң. 

Юридик шәхестәрҙең акционерлыҡ һәм өлөшлө килемдәре Рәсәй ҡануниәтендә табышҡа һалымды (предприятиелар өсөн һалым һалыуҙың төп системаһында) иҫәпләгәндә йә һалым буйынса махсус режимдарҙағы тейешле һалым өсөн иҫәпкә алына. 

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асват Дамодаран. Инвестиционная оценка. Инструменты и методы оценки любых активов = Investment Valuation: Tools and Techniques for Determining the Value of Any Asset. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — 1324 с. — ISBN 978-5-9614-1677-0.