Эстәлеккә күсергә

Анна Кәримә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анна Кәримә
Тыуған көнө

1871

Вафат булған көнө

6 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Ил

 Болгария

Тормош иптәше

Янко Саказов[d]

 Анна Кәримә Викимилектә

Анна Кәримә (Ана Тодоровна Велкова; (болг. Анна Карима; а 1871, Бердянск ҡалаһы — 6 март 1949, София) — болгар яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе, мөхәррир, журналист, суфражист һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн хәрәкәт активисткаһы. Ул Болгария ҡатын-ҡыҙҙары союзын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1901-2006 йылдарҙа уның рәйесе вазифаһын биләй.[1]

Ана Тодоровна Велкова (Анна Кәримә псевдоним )1871 йылда Бердянск ҡалаһы революционер Тодор Велков ғаиләһендә тыуған. Атаһы бойҙай һатыусыһы булып эшләгән. Софияла урта мәктәпте тамамлай. 1888 йылда ул социалист Янко Саказоваға кейәүгә сыға , һуңынан айырылыша. Был никахтан өс балаһы була.

Йәш сағында уҡ Кәримә әҙәби эшмәкәрлек менән мауыға. Хикәйәләр, романдар яҙа. Уның «Ғәҙәти тарих» исемле тәүге повесы 1891 йылда «День» журналында баҫылып сыға. 1892 йылдан 1895 йылға тиклем «Праздник» журналының мөхәррире булып эщләй.. Милли театр сәхнәһендә уның «Скип», «Загубленная жизнь» һәм «Над стеной»пьесалары ҡуйыла.[1]

Кәримә шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә үҙен күрһәтә, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиңлеге өсөн көрәшә. 1897 йылда «Аң»ҡатын-ҡыҙҙар мәғрифәтселек йәмғиәтенә нигеҙ һала. 1901 йылда Ул Болгар ҡатын-ҡыҙҙар Союзы ойоштороу инициаторы һәм беренсе президенты була.[2]

1916 йылда Софияла ҡыҙҙар өсөн беренсе коммерция мәктәбен аса. 19121918 йылдарҙағы һуғыш ваҡытында хәйриәлек менән шөғөлләнә. Етемдәр приютын булдырыуға булышлыҡ итә. 1917 йылда «Булгарка»гәзите мөхәррире булып эшләй.

1930 йылда «Повик»гәзитен мөхәррирләй.

1949 йылда Софияның «Славянская Беседа» ҡунаҡханаһында вафат була.[1]

Анна Кәримә Балалары: Эвелина, Надежда һәм Иван менән, 1917

«Голгофа» (1933);

«Ирина» (1935);

«Азатлыҡ өсөн» (1938)

«Подхлъзна се» (1901);

«Загубен живот» (1907);

«Зида өҫтөндә» («Над зида») (1912);

«Азатлыҡ» («Свобода») (1931)

  • Ана Карима /Литературен свят
  • Катья Кузмова-Зографова, "Йәшлек" гәзите "яңылыҡтар таҫмаһы" ирһеҙ ҡатын, В.» Әҙәби форум", бр. 24 (508), 18 юни 2002.
  • Энциклопедия България, том 3, НӘШРИӘТ на БАН, София, 1982, 352-се бит.
  • Francisca de Haan, Krasimira Daskalova & Anna Loutfi: Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Easterna and South Eastern Europe, 19th and 20th centuries Central European University Press, 2006
  • Blanca Rodriguez Ruiz & Ruth Rubio-Marín: The Struggle for Female Suffrage in Europe: Voting to Become Citizens 2012