Эстәлеккә күсергә

Оноре де Бальзак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оноре де Бальзак
франц. Honoré de Balzac
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Франция[4]
Псевдоним Horace de Saint-Aubin[5], Lord R’Hoone, Viellerglé һәм Saint Aubin[5]
Тыуған көнө 20 май 1799({{padleft:1799|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[6][1][7][…]
Тыуған урыны Тур[d], Первая Французская республика[d][3][8][9][…]
Вафат булған көнө 18 август 1850({{padleft:1850|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[10][1][7][…] (51 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Вторая французская республика[d][3][8][9][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе гангрена[d]
Ерләнгән урыны Пер-Лашез[d][11]
Grave of Balzac and Ewelina Hańska[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Bernard-François Balzac[d]
Әсәһе Anne-Charlotte-Laure Sallambier[d]
Бер туғандары Laure Surville[d]
Хәләл ефете Эвелина Ганская[d][12][4]
Внебрачный партнёр Олимпия Пелисье[d], Maria du Fresnay[d], Caroline Marbouty[d], Laure de Berny[d][13] һәм Claire de Maillé de La Tour-Landry[d]
Балалары Marie-Caroline Du Fresnay[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө романист, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы, прозаик, журналист, художественный критик, эссеист, драматург-режиссёр, нәшерсе
Эшмәкәрлек төрө французская литература[d][5], журналистика[5] һәм литературная критика[d][5]
Биләгән вазифаһы председатель Общества французских писателей[d][14]
Уҡыу йорто Париж университеты
лицей Карла Великого[d]
юридический факультет Парижского университета[d]
Ғилми дәрәжә бакалавр права[d] (4 ғинуар 1819)
Кемдә уҡыған Франсуа Гизо[d], Абель-Франсуа Вильмен[d] һәм Виктор Кузен[d]
Последние слова Appelez Bianchon ! Seul Bianchon peut me sauver !
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Йоғонто яһаусы Скотт Вальтер һәм Жорж-Луи Леклерк де Бюффон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Почётного легиона
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d], Geldersch Landschap en Kasteelen[d][15][16] һәм Городской музей[d][17]
Писал для Revue des Deux Mondes[d], La Presse[d], Le Constitutionnel[d] һәм Le Siècle[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][18]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Honoré de Balzac
 Оноре де Бальзак Викимилектә

Оноре де Бальзак (франц. Honoré de Balzac; 20 май 1799 йыл — 18 август 1850 йыл) — француз яҙыусыһы, Европа әҙәбиәтендә реализмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Бальзактың иң ҙур әҫәрҙәренең береһе — яҙыусы йәшәгән дәүерҙәге француз йәмғиәте тормошо күренештәрен һүрәтләүсе «Кешелек комедияһы» романдар һәм повестар серияһы. Бальзактың ижады Европала ҙур популярлыҡ яулай һәм үҙе тере саҡта уҡ уға XIX быуаттың иң бөйөк прозаиктарының береһе тигән дан килтерә. Бальзактың әҫәрҙәре Чарльз Диккенс, Фёдор Достоевский, Эмиль Золя, Уильям Фолкнер кеүек һәм башҡа эре яҙыусыларҙың ижадына йоғонто яһай.

Оноре де Бальзак с дагерротипа Louis-Auguste Bisson, 1842 год

Оноре́ де Бальза́к Тура ҡалаһында, сығышы менән Лангедоктан булған крәҫтиән Бернар Франсуа Бальса (Balssa) ғаиләһендә тыуа (22.06.1746—19.06.1829[19]). Бальзактың атаһы революция йылдарында тартып алынған дворян ерҙәрен һатып алыу һәм һатыуҙа байый, аҙағыраҡ Тура ҡалаһы мэры ярҙамсыһы була. Француз яҙыусыһы Жан-Луи Гез де Бальзакҡа (1597—1654) туғанлығы юҡ. Онореның атаһы, фамилияһын үҙгәртеп, Бальзак булып китә. Әсәһе, Парижда туҡыма һатыусыһының ҡыҙы, Анна-Шарлотта-Лаура Саламбье (1778—1853) үҙенең иренән байтаҡҡа йәшерәк була, ул иренән дә, улынан да һуңыраҡ вафат була[20].

Атаһы улын адвокат эшмәкәрлегенә әҙерләй. 18071813 йылдарҙа Бальзак Вандом коллежында, 18161819 йылдарҙа Париж хоҡуҡ мәктәбендә уҡый, бер үк ваҡытта нотариуста писарь булып та эшләй; әммә ул юридик карьеранан баш тарта һәм үҙен әҙәбиәткә арнай. Ата-әсәһе улы менән бик аҙ шөғөлләнә. Вандом коллежына ул ихтыярынан тыш урынлаштырыла. Был уҡыу йортонда йыл әйләнәһенә туғандары менән осрашыу тыйыла, тик рождество каникулдары ғына иҫкәрмә булып тора. Уҡыуҙың тәүге йылдарында күп тапҡырҙар карцерға эләгә. Дүртенсе класта Оноре мәктәп тормошона күнә, әммә уҡытыусыларынан мыҫҡыллы көлөүҙән туҡтамай. 14 йәшендә ауырып китә, һәм коллеж етәкселәре үтенесе буйынса ата-әсәһе уны өйҙәренә алып ҡайта. Бальзак биш йыл буйы ҡаты сирләй, хатта һауығыуына өмөттәре лә юғала, ләкин ғаилә 1816 йылда Парижға күсенгәндән һуң һауыға.

Училище директоры Марешаль-Дюплесси Бальзак тураһындағы хәтирәләрендә түбәндәге юлдарҙы яҙа: «Дүртенсе кластан башлап уның партаһы яҙыуҙар менән сыймаҡланған була торғайны…». Оноре кесе йәштән үк китап уҡыу менән мауыға, уны биргерәк тә Руссо, Монтескье, Гольбах, Гельвеция һәм башҡа француз мәғрифәтселәренең ижадтары үҙенә тарта. Шиғыр һәм пьесалар яҙып та ҡарай, ләкин бала саҡтағы ҡулъяҙмалары һаҡланмаған. Уның "Ирек тураһында трактаты"н уҡытыусы тартып ала һәм уның күҙ алдында утҡа ташлай. Аҙаҡ яҙыусының уҡыу йортонда үткән бала сағы «Луи Ламбер», «Үҙәндә үҫкән ләлә» һәм башҡа романдарында сағылыш таба.[21]

1823 йылдан һуң «ярһыу романтизм» рухында яҙылған бер нисә романын төрлө псевдонимдар аҫтында баҫтыра. 18251828 йылдарҙа нәшриәтлек эше менән шөғөлләнеп ҡарай, ләкин уңышһыҙлыҡҡа тарый.

1829 йылда «Бальзак» исеме аҫтында тәүге китабы — «Шуаны» (Les Chouans) тарихи романы баҫыла. Вальтер Скоттың тарихи романдары Бальзакты яҙыусы булараҡ формалаштыра. Бальзактың артабанғы ижады: «Шәхси тормош күренештәре» (Scènes de la vie privée, 1830), «Оҙон ғүмерлелек эликсиры» романы (L'Élixir de longue vie, 1830—1831, Дон Жуан тураһындағы легендалар темаһына вариациялар); «Гобсек» повесы (Gobseck, 1830) уҡыусының һәм тәнҡитселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. 1831 йылда Бальзак үҙенең[22]"Шигрин күн"(La Peau de chagrin) фәлсәфәүи романын баҫтыра һәм «Утыҙ йәшлек ҡатын» (фр.) (La femme de trente ans) романын яҙа башлай. «Шаян хикәйәләр» (Contes drolatiques, 18321837) циклы — Яңырыу осороноң новеллистикаһына ирониялы ҡараш. Бальзактың «Луи Ламбер» (Louis Lambert, 1832) автобиографик романында һәм бигерәк тә «Серафите» (Séraphîta, 1835) романында Э. Сведенборг һәм Кл. де Сен-Мартендың мистик концепциялары менән мауығыуы сағылыш таба.

Уның байып китеүгә булған өмөтө тормошҡа ашмай (уңышһыҙ коммерция эшмәкәрлеге арҡаһында ул бурысҡа бата). Шуға ҡарамаҫтан Бальзак көсөргәнешле эшләй, йыл һайын 3-6 китап баҫтырып сығара.

1845 йылда яҙыусыь Почётлы легион ордены менән бүләкләнә.

Оноре де Бальзак 1850 йылдың 18 авгусында, 52-се йәшендә вафат була. Сәбәбе — карауат мөйөшөнә бәрелеп яраланған аяғындағы гангрена. Әммә быға тиклем ул артериит сире менән дә ауырыған була.

Бальзак Парижда, Пер-Лашез зыяратына ерләнә. «Францияның бөтә яҙыусылары уны ерләүҙә ҡатнашты». Гробын күтәреп барыусылар араһында Александр Дюма и Виктор Гюго була.[22]

Бальзак һәм Эвелина Ганская

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1832 йылда Бальзак ситтән тороп исемен атамайынса ғына уның менән хат алышҡан Эвелина Ганская менән таныша. Бальзак Эвелина менән Невшателе осраша, Эвелина был ҡалаға үҙенең ире Венцеслав Ганский менән килгән була. 1842 йылда Венцеслав Ганский вафат була, әммә Бальзак менән күп йыллыҡ романы булһа ла тол ҡатын уға кейәүгә сығырға ашыҡмай, сөнки иренән ҡалған байлыҡты берҙән-бер ҡыҙына ҡалдырырға теләй (сит ил кешеһе менән никахҡа инһә, Ганская үҙенең байлығынан ҡолаҡ ҡағыр ине). В 1847—1850 йылдарҙа Бальзак Ганскаяның поместьеһы Верховняла (Житомир өлкәһенең Ружинский районы, Украина) ҡунаҡта була. 1850 йылдың 2 мартында Бальзак Эвелина Ганская менән Бердичевта, Святая Варвара костелында никахлаша, туйҙан һуң улар Парижға юллана. Унан ҡайтҡас та яҙыусы ауырып китә, Эвелина һуңғы көнөнә тиклем ирен ҡарай.

«Кешелек комедияһы» составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Евгения Гранде» романына иллюстрация. ПСС, 1855, т.5

1831 йылда Бальзак күп томлыҡ әҫәр — ул йәшәгән осорҙағы «ғөрөф-ғәҙәттәр картинаһын» яҙыу тураһында уйлана башлай, аҙаҡ уны «Кешелек комедияһы» тип атай. Цикл өс өлөштән тора:

  • «Ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында этюдтар»,
  • «Фәлсәфә этюдтары»,
  • «Аналитик этюдтар».

Беренсе өлөшө — «Ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында этюдтар», уға түбәндәге әҫәрҙәре инә:

«Шәхси тормош күренештәре»
  • «Гобсек» (1830),
  • «Утыҙ йәшлек ҡатын» (1829—1842),
  • «Полковник Шабер» (1844),
  • «Атай Горио» (1834-35)
һәм башҡалар.
«Провинциаль тормош күренештәре»
  • «Тураның руханийы» (Le curé de Tours, 1832),
  • Евгения Гранде" (Eugénie Grandet, 1833),
  • «Юғалтылған иллюзиялар» (1837-43)
һәм башҡалар.
«Париж тормошонан күренештәр»
  • «Ун өстөң тарихы» трилогияһы (L’Histoire des Treize, 1834),
  • «Цезарь Биротто» (César Birotteau, 1837),
  • «Нусингендың банкир йорто» (La Maison Nucingen, 1838),
  • «Куртизанкаларҙың ялтырауы һәм фәҡирлеге» (1838—1847),
  • «Сарразин» (1830)
һәм башҡалар.
«Сәйәси тормоштан күренештәр»
  • «Террор заманы осрағы» (1842)
һәм башҡалар
«Хәрби тормош күренештәре»
  • «Шуаны» (1829),
  • «Сүллектәге ғишыҡ» (1837)
«Ауыл тормошонан күренештәр»
«Үҙән ләләһе» (1836)
һәм башҡалар.

артабан цикл «Модеста Миньон» (Modeste Mignon, 1844), «Кузина Бетта» (La Cousine Bette, 1846), «Кузен Понс» (Le Cousin Pons, 1847) романдары менән тулыландыра, циклды «Хәҙерге заман тарихының эске яғы» (L’envers de l’histoire contemporaine, 1848) тигән роман менән йомғаҡлай.

Бальзактың новаторлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бальзак әҙәбиәткә1820-се йылдар аҙағы һәм 1830-сы йылдар башында француз өҙөбиәтендә романтизмының сәскә атҡан осоронда килә .

Бальзак шәхес романдарынан да, Вальтер Скоттың тарихи романдарынан да баш тарта. Ул «индивидуалләштерелгән типты» күрһәтергә теләй. Уның ижадының иғтибар үҙәгенә героик шәхес түгел, ә шул замандағы буржуаз йәмғиәт, Франция Июль монархияһы шарттарындағы Франция ҡуйыла.

Рәсәй империяһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Графиня Ганская портреты, художник Фердинанд Георг Вальдмюллер (1835)

Рәсәйҙә Бальзак тере саҡта уҡ уның ижады танылыу ала. Күп кенә романдары айырым баҫма булып та, шулай уҡ Мәскәү һәм Петербург журналдарында баҫылып сыға[23]. Әммә ҡайһы бер әҙәрҙәре барыбер тыйыла[23].

Өсөнсө отделение начальнигы, генерал А. Ф. Орлов үтенесе буйынса, Николай Беренсе яҙыусы Рәсәйгә килергә рөхсәт бирә, ләкин ҡаты надзор ҡуйыуҙы талап итә[24].

1832, 1843, 1847 и 18481850 йылдарҙа Бальзак Рәсәйгә килә.1843 йылдың авгусынан октябренә тиклем Бальзак Санкт-Петербургта Титов йортонда, Миллионная урымы, 16 адресы буйынса йәшәй. Уның романдарын яратып уҡыусы йәштәр араһында Петербург инженер командаһынан 22 йәшлек инженер-подпоручик Фёдор Достоевский ҙа була. Достоевский Бальзактың ижадын һоҡланыу менән ҡабул итә һәм шунда уҡ «Евгения Гранде» романын урыҫсаға тәржемә итергә ҡарар итә. Ул роман 1844 йылдың ғинуарында «Пантеон» журналында баҫылып сыға, әммә тәржемәсеһе күрһәтелмәй. Был тәржемә — Достоевскийҙың тәүге баҫма әҫәре була[25].

Кинематограф

Бальзактың тормошо һәм ижады тураһында нәфис фильмдар һәм телесериалдар төшөрөлә, шул иҫәптән:

  • 1968 — «Ошибка Оноре де Бальзака» (СССР): режиссёры Тимофей Левчук.
  • 1973 — «Большая любовь Бальзака» (телесериал, Польша-Франция): режиссёры Войцех Соляж.
  • 1999 — «Бальзак» (Франция-Италия-Германия): режиссёры[26] Жозе Дайан.
Музейҙар

Яҙыусы ижадына арналған бер нисә музей бар, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә. Францияла эшләй:

  • Париждағы йорт-музейы;
  • Луары үҙәнендә Саше замогындағы Бальзак музейы[27].
Филателия һәм нумизматика
  • Донъяның күп кенә илдәрендә Бальзак хөрмәтенә почта маркалары сығарыла.
  • 2012 йылда Париж аҡса һуғыу йорто «Франция төбәктәре. Атаҡлы кешеләр» нумизматика серияһы сиктәрендә Францияның Үҙәк төбәге вәкиле булған Оноре де Бальзак хөрмәтенә 10 евролыҡ көмөш тәңкә сығара[28].

Әҫәрҙәре йыйынтығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
урыҫ телендә
  • Әҫәрҙәре йыйынтығы 20 томда (1896—1899)[26]
  • Әҫәрҙәре йыйынтығы 15 т. (~ 1951—1955)
  • Әҫәрҙәре йыйынтығы 24 томда. — М.: Правда, 1960 ("Библиотека «Огонёк»)
  • Әҫәрҙәре йыйынтығы 10 т. — М.: Художественная литература, 1982—1987, 300 000 экз.
француз телендә
  • Oeuvres complètes, 24 vv. — Paris, 18691876, Correspondence, 2 vv., P., 1876
  • Lettres à l’Étrangère, 2 vv.; P., 18991906
Романдары
Повестатры һәм хикәйәләре
  • Блеск и нищета куртизанок (Франция; 1975; 9 серий): режиссёр М. Казнёв. Шул исемдәге романы буйынса.
  • Брошенная женщина (фр. La Femme abandonnée; Франция; 1992): реж. Эдуар Молинаро, в ролях: Шарлотта Рэмплинг, Нильс Ареструп и др. «Ташланған ҡатын» хикәйәһе буйынса.
  • Полковник Шабер (фильм) (франц. Le Colonel Chabert, 1994, Франция). Шул исемдәге повесть буйынса.
  • Не стоит трогать топор (Франция—Италия, 2007). «Герцогиня де Ланже» повесы мотивтары буйынса.
  • Шагреневая кожа (франц. La peau de chagrin, 2010, Франция). Шул исемдәге романы буйынса..
  • К. М. Станюковичтың «Насар сир» хикәйәһендә Бальзактың исеме телгә алына.[29] в[29].
  • Шарль де Бернар — Бальзактың дҡҫы һәм уҡыусыһы
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. BeWeB
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118506358 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. Deutsche Nationalbibliothek Record #118506358 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  7. 7,0 7,1 Honore de Balzac // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. 8,0 8,1 Резник Р. А. Бальзак Оноре де // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  9. 9,0 9,1 Honoré De Balzac // Archivio Storico Ricordi — 1808.
  10. Mirbeau O. La Mort de Balzac (фр.) — 1989.
  11. Henry A. Le Père Lachaise historique, monumental et biographique (фр.)Paris: chez l'auteur, 1852. — P. 103. — 116 с.
  12. Honoré de Balzac Biography
  13. Madame Louise Antoinette- Laure de Berny
  14. https://www.sgdl.org/17-sgdl/presentation/82-presidents-sgdl
  15. Balzac, H. de // (unspecified title)
  16. Clotide de Lusignan
  17. Droll Stories: thirty tales by Honoré de Balzac
  18. https://data.performing-arts.ch/a/bb5f65fa-ed57-42f5-a36a-1e6a3d84b7fc / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  19. Бальзак 2016 йыл 5 июнь архивланған.
  20. Александр Гербстман. Оноре Бальзак. Биография писателя. — Ленинград: Просвещение. Ленинградское отделение, 1972. — С. 6. — 120 с.
  21. Александр Гербстман. Оноре Бальзак. Биография писателя. — Ленинград: Просвещение. Ленинградское отделение, 1972. — С. 6—7. — 120 с.
  22. 22,0 22,1 Моруа А. Прометей, или жизнь Бальзака. — М., 1967
  23. 23,0 23,1 Бальзак, Оноре // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  24. Александр Гербстман. Оноре Бальзак. Биография писателя. — Ленинград: Просвещение. Ленинградское отделение, 1972. — С. 108. — 120 с.
  25. Оноре де Бальзак. Бальзак в переводе Достоевского : Приложение / Гроссман Л. П. // Евгения Гранде = Eugénie Grandet / Пер. с фр. Достоевский Ф. М. — М., 2012. — 272 с. — ISBN 978-5-389-03515-7
  26. 26,0 26,1 Бальзак Оноре де //БСЭ
  27. Музей Оноре де Бальзака в замке Саше
  28. Франция, 10 евро (Центр. Оноре де Бальзак) | Euro-Coins.News
  29. 29,0 29,1 К. М. Станюкович. Собрание сочинений в десяти томах (Том I). — Москва: Правда, 1977. — С. 146. — 384 с.
  • Бальзак, Оноре // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Бальзак, Гонорий // Энциклопедический лексикон: В 17 тт. — СПб.: Тип. А. Плюшара, 1835. — Т. IV: Б—БАР. — С. 177.Ҡалып:ВТ-ЭЛ
  • Дежуров А. С. Художественный мир О. де Бальзака (на материале романа «Отец Горио») // Зарубежная литература XIX в. Практикум для студентов, аспирантов, преподавателей-филологов и учащихся старших классов школ гуманитарного профиля. — М., 2002. — С. 278—303.
  • Моруа А. Прометей, или жизнь Бальзака. — М., 1967.
  • Обломиевский Д. Д. Основные этапы творческого пути Бальзака. — М., 1957.
  • Реизов Б. Г. Бальзак. — Л., 1960;
  • Сиприо П. Бальзак без маски. — М.: Молодая гвардия. (Серия «ЖЗЛ»). — 2003. — ISBN 5-235-02516-4.
  • Сухотин П. С. Бальзак — 1934 год. — 368 с. (Серия «ЖЗЛ»).
  • Чернышевский Н. Г. Бальзак // Чернышевский Н. Г. Полное собрание сочинений : в 15 т. — М., 1947. — Т. 3. — С. 369–386.
  • Цвейг С., Бальзак, 2 изд. — М., 1962;