Көләмәс
Көләмәс | |
Жанр | Көләмәс |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Көләмәс — башҡорт фольклоры жанры, көтөлмәгәнсә тамамланған шаян йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр. Көләмәсте татарҙар — мәҙәк, әзербайжан, үзбәктәр — латифа тип йөрөтә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көләмәс — милли үҙенсәлекле жанр. Айырым осраҡтарҙа теге йәки был көләмәстең мәғәнәһен шул халыҡтың тарихын, тормош-көнкүреш шарттарын, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын белгәндә генә аңларға мөмкин, шуға күрә лә бер халыҡтың көләмәсе икенсе бер халыҡ кешеһенә бөтөнләй аңлашылмаҫҡа мөмкин.
Башҡорт халыҡ ижадында күп кенә башҡа төрки халыҡтарында киң таралған Алдар, Ерәнсә-сәсән[1], Хужа Насретдин исемдәре менән бәйле көләмәстәр ҙә киң таралған, быуаттар һуҙымында милли характер алған. Көләмәстәрҙә комик, юмористик ситуация, ҡағиҙә булараҡ, ике кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙән сығып һүрәтләнә, шуға күрә был жанрҙа күбеһенсә ике персонаж ҡатнаша (бай һәм ярлы, зирәк һәм аңра, маҡтансыҡ һәм алдаҡсы кешеләр һ.б.). Көлөү һәм шелтәләү объекты итеп уйлап сығарылған һәм дөйөмләштерелгән персонаждар ҙа, ысынбарлыҡтағы кешеләр ҙә берҙәй алына. Көләмәстең төп үҙенсәлектәренә ҡыҫҡалыҡ һәм көтөлмәгәнлек инә, башы һәм сиселеше була. Форма, йөкмәтке һәм функциялары буйынса көләмәс анекдотҡа яҡын тора.
Башҡорт әҙәбиәтендә көләмәс жанрына М. А. Буранғолов, С. Агиш, Р. Ғ. Солтангәрәев һ.б. мөрәжәғәт итәләр[2].
Тематик төркөмләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирәй Мәргән ижтимағи әһәмиәтенә ҡарап, башҡорт көләмәстәрен шундай төркөмдәргә бүлә[3]:
1. Ижтимағи-социаль йүнәлештәге көләмәстәр. Уларға социаль тигеҙлеккә, иҙеүгә, байҙарға, муллаларға ҡаршы йүнәлтелгән сюжеттар ҡарай;
2. Тормош-көнкүреш көләмәстәре. Көндәлек тормошта осрай торған кәмселектәрҙе һәм айырым шәхестәрҙә күренгән тиҫкәре яҡтарҙы (ялҡаулыҡ, аңралыҡ, һаранлаҡ, ҡурҡаҡлыҡ һ.б.) фашларға йүнәлтелгән сюжеттарҙы индерә;
3. Ғибрәтле көләмәстәр. Бәләкәс кенә тормош картинаһы (сюжет) аша ғибрәт алыу, фәһем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған көләмәстәр инә.
Әхмәт Сөләймәнов милли репетуарҙың үҙенсәлегенән сығып, башҡа халыҡтарҙыҡынан (һәр хәлдә рус анекдоттары һәм татар мәҙәктәренән) айырмалы рәүештә, башҡорт көләмәстәрен, төп герой тибы принцибы буйынса түбәндәгесә төркөмләй[4]:
1) хакимдар байҙар, муллалар, дингә, хөрәфәткә ышаныусылар;
2) зирәктәр, хәйләкәрҙәр;
3) бер ҡатлы кешеләр;
4) ауылдар;
5) туған-тумаса, дуҫ-иштәр;
6) ир менән ҡатын;
7) маҡтансыҡтар, шапрыныусылар, алдаҡсылар;
8) ялҡауҙар, эшкә яуапһыҙ ҡараусылар;
9) уғрылар;
10) эскеселәр, тәмәкәселәр;
11) бюрократтар, ришүәтселәр, ялағайҙар;
12) һарандар;
13) зауыҡһыҙҙар, мәғлүмәтһеҙҙәр;
14) тәрбиәһеҙҙәр;
15) теленән табыусылар тураһындағы көләмәстәр.
Жанр төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ ижадында көләмәстәр составына ингән әҫәрҙәр тематика, герой тибы йәһәтенән генә түгел, жанр билдәләре йәһәтенән дә үҙенә күп төрлө әҫәрҙәрҙе берләштерә. Улар «көләмәстәрҙең жанр төрҙәре» (жанровые разновидности) тип билдәләнә[4]:
- асылы менән көләмәстәр (собственные анекдоты);
- сәсмә нәсихәттәр
- йомаҡ-көләмәстәр,
- сәсмә мәҫәлдәр,
- лаҡаптар
- һүҙ уйнатҡыстар
- мәрәкә хикәйәләр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирское народное творчество
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Көләмәс
- ↑ К. Мәргән. «Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр». — Өфө: «Китап», 1985 й. — С. 22, 131-131.
- ↑ 4,0 4,1 Әхмәт Сөләймәнов «Башҡорт халҡының ҡарһүҙе» 5-40-сы б.б.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. Мәргән. «Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр». — Өфө: «Китап», 1985 й. — С. 22, 131-131.
- Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. Өфө, 1985;
- Башкирское народное творчество. Т.6. Шуточные сказки и кулямясы. Уфа, 1992.
- Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө том: Йола фольклоры. — Өфө, 1998. — 304-се б.
- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. —Өфө, 1995. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап); ISBN 5-295-01396-0 (2-се китап)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көләмәс // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 август 2022)
- Әхмәт Сөләймәнов. «Башҡорт халҡының ҡарһүҙе». — Өфө: «Китап», 2011 й. — С. 200.
- Әхмәт Сөләймәнов «Башҡорт халҡының ҡарһүҙе» 5-40-сы б.б. 2022 йыл 31 март архивланған.
- К. Мәргән. «Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр». — Өфө: «Китап», 1985 й. — С. 22, 131-131.