Ҡата
Ҡата (башҡ. ҡата) — башҡорттарҙың күн аяҡ кейеме. Ҡунысһыҙ ҡата шулай уҡ Волга буйы, Урта Азия, Кавказ халыҡтарында ла булған.
Ҡатаның[1] үксәһе бар, табаны ҡаты, башы киң. Аяҡ кейемен ике күн киҫәкте беркетеп, ат ялы йәки киндер менән ҡуша тегәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән аяҡ кейемдәре була.
Ҡата төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатаның төрлө төрҙәре бар: шайтан ашыҡҡа тиклем (калуш ҡата, күн ҡата), 12 см ҡуныслы ҡата, киндер ҡуныслы ҡата, буҫтау ҡуныслы ҡата. Бейек ҡатаны металл айыл менән биҙәгәндәр.
Ҡата кейеү тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатаны, ғәҙәттә, ойоҡ — буҫтау (тула ойоҡ), кейеҙ (кейеҙ ойоҡ), бәйләнгән (йөн ойоҡ) ойоҡ йәки силғау менән кейгәндәр.
Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар аҡ буҫтау ҡуныслы ҡата кейгәндәр. Ҡунысы аяҡ тирәләй бау менән урып нығытыла.
Ҡатаны биҙәү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыш ҡына ҡата төҫлө йөн суҡтар менән, тимер сигә, даға менән биҙәлгән. Ҡатаның буҫтау ҡунысына башҡорт милли биҙәктәре — кәкерсәктәр, мөгөҙ, өсмөйөш — һалынған. Аппликацияларҙың төп төҫө — ҡыҙыл. Ул йылылыҡ, ут, ҡан символы булған.
Байрамға ғына һәм көн дә кейә торған ҡаталар булған. Уны туй тантаналарына ла кейгәндәр.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы. Баш редакторы Илһамов М. А. 3 т. З-К. 2007. ISBN 978-5-88185-064-7.; Башҡорт энциклопедияһы фәнни баҫмаһы, Өфө ҡалаһы.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- С.Н. Шитова, тәрж. Р.Х. Сәғитова. Ҡата // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- РФ Музей фонды каталогы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская обувь «ката» 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.