Уҡый-яҙа белеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Донъя илдәре буйынса уҡый-яҙа белеү (грамоталылыҡ) кимәле (Кешелек үҫеше буйынса отчёттан, 2011)

Уҡый-яҙа белеү, грамоталылыҡ (лат. grammatica, урыҫса «учение о словесности», «һүҙ ижады тураһында тәғлимәт»; бор. грек. γραμματική, урыҫса «словесность, грамматика», «һүҙ ижады, грамматика») — кешенең әсә (туған) телендә уҡый һәм яҙа белеү күнекмәләренә эйә булыу кимәле (дәрәжәһе). «Грамоталы», «уҡый-яҙа белә» тип ниндәйҙер телдә уҡый һәм яҙа, йәки бары тик уҡый белгән кешегә әйтәләр. Хәҙерге заманда иһә был һүҙҙәр башлыса грамматика һәм дөрөҫ яҙылыш нормаларына һәм ҡағиҙәләренә ярашлы яҙа белеүҙе аңлата. Бары тик уҡый ғына белеүселәрҙе, ғәҙәттә, «ярты наҙан» тиҙәр. Статистикала грамоталылыҡ төшөнсәһенә кешенең үҙ көндәлек тормошона ҡағылған ҡыҫҡа һәм ябай тексты уҡып сығыу, аңлау һәм яҙыу һәләте индерелә. Өлкән халыҡтың уҡый-яҙа белеү (грамоталылыҡ) кимәле — 15 йәштәге һәм унан да өлкәнерәк белемлеләр өлөшө. Теге йәки был халыҡтың грамоталылыҡ индексы (ҡайһы берҙә ябай ғына грамоталылыҡ тип тә йөрөтөлә) — белемлеләр һанының дөйөм халыҡ иҫәбенә ҡарата нисбәте, һәм ул ғәҙәттә проценттарҙа билдәләнә. Грамоталылыҡ индексы башланғыс белем кимәлен ҡәтғи үлсәмәһә лә, бары уны етәрлек дәрәжәлә күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итә.

Уҡый-яҙа белеү — кешенең артабан үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ. Китап уҡыу кешелек туплаған уй-фекерҙәр һәм белем хазинаһы менән танышыуға уңай шарттар тыуҙыра. Әммә грамоталылыҡ бер үк ваҡытта йәмғиәттә теге йәки был идеологияны пропагандалау ҡоралы булып та файҙаланырға мөмкин[1]. Грамоталылыҡтың нимәгә һәм нисек хеҙмәт итеүе тәғәйен бер илдә мәғарифтың ниндәй шарттарға ҡуйылыуы менән ныҡ бәйле.

Уҡый-яҙа белеүҙең таралыу дәрәжәһе теге йәки был ил халҡының бөтөн кешелектең интеллектуаль тормошонда ҡатнашыуын сағылдыра, әлбиттә, быны сағыштырмаса тип билдәләргә кәрәк, сөнки дөйөм белем һәм рухи хазинаны туплауҙа (аҙыраҡ кимәлдә булһа ла) наҙан йә белемһеҙ тип һаналған халыҡтар ҙа ҡатнашҡан һәм ҡатнаша.

Уҡый-яҙа белеүҙең таралыу тарихы (боронғо дәүерҙәрҙән XIX быуатҡаса)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Asli Ozgur Peker Dogra. The soldier and the civilian: Conscription and military power in Turkey — N.  Y.: New York University, 2007. — Б. 42. — 216 б.