Хүнәйнә һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мосолмандарҙың мөшриктәргә ғазауаты
Төп конфликт: Хүнәйнә һуғышы
Balami - Tarikhnama - The Battle of Hunayn - The Prophet's life is threatened.jpg
Дата

630

Урыны

Хүнәйнә үҙәне, Сәғүд Ғәрәбстаны

Нәтижә

Мосолмандарҙың еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Мосолмандар
ҡорайыштар

Джаммиты
хавазины
Бану Саки
Бану Саад

Командирҙар

Мөхәммәт Пәйғәмбәр
Али ибн Әбү Талип

Мәлик ибн Ғәүф

Ҡаршы тороусы көстәр

12 мең самаһы

4 мең самаһы

Юғалтыуҙар

4

200 тирәһе

Дөйөм юғалтыуҙар
204 тирәһе
Commons-logo.svg Хүнәйнә һуғышы Викимилектә

Хүнәйнә һуғышы (ғәр. غزوة حُنين‎; рус. Битва при Хунейне) — 630 йылда Хүнәйнә үҙәнендә мосолмандар менән мәжүсиҙәр араһындағы һуғыш. Ул Мәккәнән әт-Таифҡа берған юлдарҙың береһендә була һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең еңеүе менән тамамлана. Хүнәйнә алышы Ҡөрьәндә телгә алынған ике йыһаттың береһе[1]..

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәккәнең яуланыуы Ғәрәп ярымутрауындағы мөшриктәр өсөн ауыр ҡайғы булған һәм улар мосолмандарға һөжүм итергә булған. Үҫеп килгән мосолман дәүләтенә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡарар иткән төрлө ҡәбиләләр араһында бала сағында Мөхәммәт тәрбиәләнгән Бәнү Сәғд ҡәбиләһе лә була. Дошмандың ниәттәре тураһында белеп ҡалған Мөхәммәт Пәйғәмбәр 12 000 кешенән торған ғәскәр тупларға һәм әт-Таиф йүнәлешендә сығыш яһарға бойора. Был хәл Мәккәне яулап алғандан һуң ике аҙна үткәс була.

Мәлик ибн Ауф барыһына ла ғаиләһен, мал-тыуарын алып килергә ҡушты. Уның фекеренсә, ғәскәре былай ҡасып китмәҫкә тейеш булған. Ҡәбиләһенең ҡарт юлбашсыһы Дурайд Мәлик ибн Ауфҡа ҡаршы сыға, әммә уны тыңламайҙар. Хавазиндар тар тарлауыҡта боҫоп, мосолмандарҙы көтә башлаған.

Шаршамбы кис унынсы шәүүәлдә мосолман ғәскәре үҙәнгә килеп етә. Хавазиндар көтмәгәндә мосолмандарға һөжүм итә һәм, урындың рельефын файҙаланып, таштар артына йәшенеп, уларға һөжүм яһай, һәм өҫтәренә таш ташлай. Мосолмандар араһында кәүгә башлана һәм улар ҡасып китә.

Алышҡа ҡалыусылар араһында байраҡсы Али ибн Әбү Талиб , Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Фазал ибн Ғәббәс, Ғүсәмә һәм Әбү Суфыян ибн Харис була[2][3]. Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип сәхәбәләрҙе саҡырып оран һалғас, 140-лап кеше йыйыла.

Алыш ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡулына бер ус тупраҡ алып, дошмандар яғына һибә. Тупраҡ бөтә хауазиндарҙың күҙҙәренә тула һәм буталыш, ҡурҡыу тыуҙыра[4][5]. Бының менән файҙаланып, мосолмандар уларҙы ҡыҫырыҡлай башлай һәм хауазиндарҙы, ғаиләләрен һәм малын ташлап, һуғыш яланын ташлап китергә мәжбүр итә.

Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яу яланынан ҡасып, хауазиндар мосолмандарға яҡынса 24 мең дөйә, 40 мең һарыҡ, 4 мең унций көмөш һәм 6 мең әсир, шулай уҡ күп һанлы эре мөгөҙлө мал ҡалдыра.

Хавазиндар ике төркөмгә бүленә, береһе әт-Таиф ҡәлғәһенә, ә икенсеһе Әүтәс үҙәненә ҡаса. Әүтәс үҙәненә Әбү Әмир отряды сыға, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәр әт-Таифҡа юллана һәм уны ҡамай. Әүтәс үҙәнендә хауазиндарҙы ҡыуып етеп, мосолмандар һәм хауазиндар алыш алдынан йола буйынса көслө яугирҙар алышын ойоштора. Мосолмандар яғында Әбү Әмир үҙе сыға, ул сиратлап ҡаһарманлығы менән билдәле 9 бер туғанды үлтерә. Һуңғы дошманды үлтергәндән һуң уға ике хауазин ташлана һәм уны үлтерә. Ғәскәрҙе Әбү Әмирҙең туғаны — Әбү Муса етәкләй һәм дошманды ҡыйрата.

Әсирҙәр араһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һөттәш һеңлеһе лә була, уны шунда уҡ азат итәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Lammens, H. and Abd al-Hafez Kamal., "Hunayn", in P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs, Encyclopaedia of Islam Online Edition, Brill Academic Publishers, ISSN 1573-3912 
  2. Battle of Hunayn, Ezsoftech.com. Дата обращения: 29 ғинуар 2013. Архивировано 21 июнь 2013 года.
  3. ln Mughazi, vol. III, page 602
  4. Battle of Hunayn, Witness-Pioneer.com. Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 17 август 2011 года.
  5. The sealed nectar, By S.R. Al-Mubarakpuri, Pg259. Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 26 декабрь 2018 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Silk-film.png Тышҡы видеофайлдар
Битва при Хунейне:
Silk-film.png Набиль аль-Авда Битва при Хунейне
// Вместе с любимым Пророком.
  • Ḥunayn / Lammens, H.; Kamal, ʿAbd al-Hafez // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ғазауаттары