Эстәлеккә күсергә

Рыялыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Рыя, рыялыҡ (ғәр. رياء‎) — Аллаһы Тәғәлә хаҡына түгел, ә башҡа кешеләр алдында яҡшы күренер өсөн, хәйлә менән эшләнгән ғәмәлдәрҙе һәм изгелек итеүҙе аңлатҡан ислам термины. Ғаҡидәлә ихласлыҡ концептына ҡаршы ҡуйыла.

Рыялыҡ бәләкәй ширк булып тора һәм ниәттә ҙур ширк менән сиктәш. Рыялыҡ үҙе ҙур (ғибәҙәтте кешеләргә күрһәтеү ниәте) һәм бәләкәй (тәүҙә ғибәҙәтте Аллаһ хаҡына эшләй башлағас, кеше иғтибарын күреп, үҙе тураһындағы фекерен яҡшыртыу өсөн файҙаланырға тырыша) төрҙәргә бүленә.

Имам Әхмәт мүснәденән рыялыҡты күрһәткән хәҙис өлгөһө (сөнниҙәр сығанағы):

Мәхмүт ибн Ләбиттән риүәйәт ҡылынды: Рәсүлүллаһ (с.ғ.в.) әйтте: «Ысынлап та, мин һеҙҙең кескәй ширккә төшөүегеҙҙән ҡурҡам.» Улар унан кескәй ширк нимә булыуын һоранылар. Быға ул: «Рыялыҡ», — тип яуап бирҙе. Аллаһ, ғәззә үә жәл, әйтер (ҡиәмәт көнөндә), кешеләр ҡылған эштәренә лайыҡ булғандарын алғас: «Һеҙ иҫән ваҡытта быны эшләгән кешеләргә барығыҙ һәм ҡарағыҙ, уларҙа бүләк табырһығыҙмы?»

Башҡорт теленә лә был һүҙ шул мәғәнәлә килеп ингән, йәғни, ике йөҙлөлөк, яһалма яҡшылыҡ, ихласһыҙлыҡ тигәнде аңлата[1]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 2-се том, бит — ISBN 5-200-01108-6
  • Riyāʾ / Deladrière, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • İslam Ahlakı — Hakikat Kitabevi ISBN 975-92119-5-5
  • Ateşin yakmadığı aşık Kıssaların diliyle iman — Semerkand Dergisi — Nisan 2007