Йәмәғәт намаҙы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Йәмәғәт намаҙы — мәсеттә (йәки берәй бинала) имам артына тороп күмәкләп намаҙ уҡыу.
Йәмәғәт менән намаҙ кылыуҙың фазиләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динебеҙ йәмәғәт менән намаҙ кылыуға ҙур әһәммиәт бирә. Йәмәғәт менән намаҙ кылған мосолмандар бер-береһе менән якындан танышырҙар, якшы ғәҙәттәргә күнегерҙәр, акҫынлап насар ғәҙәттәрҙән ваз кисерҙәр.
Йәмәғәт менән намаҙ кылыуҙы дауам иткәндә мосолмандар араһында үҙ ара һөйөү тыуыр, кәрҙәшлек һәм бер-береһенә ярҙамдары артыр, фәрештәләр кеүек, Аллаһы Тәғәлә хозурында сафка теҙелеп, намаҙ кылған мөьминдәр яңғыҙ намаҙ кылыусыларға карағанда тағында күберәк сауап каҙанырҙар.
Был турала Пәйғәмбәребеҙ (Ғәләйһис саләтү үәс сәләм) шулай тигән: «Йәмәғәт менән кылынған намаҙҙың сауабы, яңғыҙ кылынған намаҙға карағанда егерме ете тапкыр артык».
Намаҙҙы йәмәғәт менән кылыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе рәкәғәт алдынан:имамдың артында йәмәғәт менән намаҙ ҡылған кеше ҡыласак намаҙға ла, имамға эйәреүенә лә ниәт итә.
Үрнәк: «Ниәт иттем Аллһһы Тәғәлә ризалығы өсөн бөгөнгө Өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт фарызын ҡылырға, йөҙөмдө ҡараттым ҡибла тарафына һәм эйәрҙем ошо имамға, Халисан лилләһи Тәғәлә».
Имам тәҡбир әйтеүгә йәмәғәт тә, шунда ук уның артынан тәҡбир алып ҡулдарын бәйләй һәм эстән "Сөбханәкә"не уҡып шым тора. Йәмәғәт бынан һуң рәкәғәттәрҙең береһендә лә аяҡта торғанда бүтән бер нәмә лә уҡымай.
Руҡуғка барғас, йәмәғәт өс тапкыр «Сөбхәнә раббиәл ғаҙим» тип әйтә.
Имам «Сәмиғаллаһу лимән хәмидәһ» тип аяҡҡа ҡалкыуға йәмәғәт аяҡта «Раббәнә ләкәл хәмд», — тип әйтә, сәждәләрҙә өс тапҡыр «Сөбхәнә раббиәл әғлә» тип әйтелә.
Ултырыштарҙа имам менән бергә йәмәғәт тә «Әттәхиәт», «Алләһуммә салли-барик», «Раббәнә әтинә…» уҡый һәм имам менән бергә сәләм бирә.
Имам артынан йәмәғәт менән намаҙ ҡылған кеше, тәҡбир алғанда, руҡуғка барғанда, руҡуғтан калкканда, сәждәгә киткәндә, сәждәнән торғанда һәм сәләм биргәндә имамды көтөргә унан алда бер нәмә лө эшләмәҫкә тейеш.
Бер рәҡәғәттең руҡуғында, йәғни имам руҡуғтан тормаған килеш, ниәт итеп аяҡта тәкбир алып, руҡуғтан тормаған имам артынан өлгөргән кеше ул рәҡәғәткә өлгөргән тип һанала.
Икенсе рәкәғәт: беренсе рәкәғәттең рукуғына өлгөрмәгән кеше, өлгөргән еренән ниәт итеп, тәкбир ала һәм имамға эйәреп намаҙын дауам итә. һуңғы ултырышта «Әттәхийәт» укып имамдың сәләм биргәнен көтә.
Имам уң якка сәләм биргәс, беренсе рәкәғәткә өлгөрмәгән кеше намаҙын яңғыҙ кылмаҫ өсөн, сәләм бирмәйенсә, «Аллаһу әкбәр» тип аякка баҫа. «Сөбханәкә», «Әғүзү-бисмиллаһ», «Фатиха» һәм бер сүрә укый. Унан һуң, рукуғ һәм сәждәләрҙе кылып, ултыра. Артабан «Әттәхиәт», «Аллаһуммә салли-барик», «Раббәнә әтинә…» доғаларын укып, сәләм биреп намаҙын тамамлай.
Өсөнсө рәҡәғәт: дүрт рәкәғәтле бер намаҙдың өсөнсө рәҡәғәтендә имамға эйәргән кеше, һуңғы ултырышта "Әттәхиәт"те уҡып, имамдың сәләм биреүен көтә.
Имам уң яҡҡа сәләм биргәс, ул сәләм бирмәйенсә «Аллаһу әкбәр» тип аяҡҡа баҫа һәм ҡылмаған ике рәҡәғәтен түбәндәгесә тамамлай: «Аллаһу әкбәр» тип аяҡҡа баҫа һәм «Сөбхәнәкә», «Әғүзү-бисмиллаһ», «Фатиха», бер сүрә уҡып рукуғ һәм сәждәләрен ҡылғандан һуң, «Аллаһу әкбәр» тип аяҡҡа баҫа.
«Бисмиллаһ», «Фатиха», бер сүрә укып, тағы рукуғ һәм сәждәләрен кылғандан һуң ултырып «Әттәхийәт», «Алла-һуммә салли-барик», «Раббәнә әтинә» доғаларын укып сәләм биреп намаҙҙы тамамлай.
Өс рәҡәғәтле аҡшам һәм витр намаҙҙарының өсөнсө рәҡәғәтенә имамға ҡушылған кеше имам менән бергә ул рәҡәғәтте ҡыла.
Дүрт рәкәғәт: намаҙҙың дүртенсе рәҡәғәтенә имамға ҡушылған кеше һуңғы рәҡәғәтте имам менән бергә кылып, һуңғы ултырышта «Әттәхийәт» укып, көтөп тора.
Имам уң яҡҡа сәләм биргәс, «Аллаһу әкбәр» тип аяҡҡа баҫа. «Сөбханәкә», «Ағүзү-бисмиллаһ», «Фатиха» һәм бер сүрә укый.
Унан һуң, руҡуғ һәм сәждәләрҙе кылып, ултыра һәм бары тик "Әттәхиәт"те генә уҡып, аяҡҡа баҫа.
Торған килеш «Бисмиллаһ», «Фатиха» һәм бер сүрә укып, руҡуғ һәм сәждәләрен ҡылып, ултырмайынса кире баҫа. Тағы «Бисмиллаһ», «Фатиха» һәм бер сүрә укып, руҡуғ һәм сәждәләрен ҡылып, ултыра. «Әттәхийәт», «Аллаһуммә салли-барик», «Раббәнә әтинә» доғаларын уҡып сәләм биреп намаҙын тамамлай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
- Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев